+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Ғинуар 2021, 17:00

Яҙыусылар союзының «Илаһи һүҙ» проекты Башҡортостан башлығы Грантына лайыҡ булды

Проект ике этаптан тора һәм йыл дауамында тормошҡа ашырыла.

Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы «Илаһи һүҙ» проектын әҙерләне. Уның маҡсаты — башҡорт халҡының мәҙәни мираҫын һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ итеү, шулай уҡ республикала милли әҙәбиәтте үҫтереү механизмдарын булдырыу. Проект ике этаптан тора һәм йыл дауамында тормошҡа ашырыла. 1. Конкурс этабы. Уның барышында рус теленә тәржемә ителергә тейеш китаптарға конкурс иғлан ителә. Баһалама төркөмө ҡатнашыусылар араһынан ун еңеүсене билдәләй, һуңынан уларҙың әҫәрҙәре грант аҡсаһына рус теленә ауҙарылып нәшер ителәсәк. 2. Дискуссия этабы. Был өлөштә «XXI быуат яҙыусыһы» төбәк-ара форумы уҙғарыу планлаштырыла. Уның эшендә эксперттар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, БР Яҙыусылар союзы ағзалары — йәмғеһе 270-кә яҡын кеше ҡатнашырға тейеш. Форум барышында заман әҙәбиәте үҫеше, төбәк әҙәбиәте, балалар әҙәбиәте проблемалары, тәржемә, китап баҫтырыу эше һәм башҡа бик күп мәсьәләләр ҡараласаҡ.
«Илаһи һүҙ» - башҡорт телендә ижад итеүсе яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен башҡа телдәргә тәржемә итеү, шул юл менән башҡорт әҙәбиәтен Рәсәй һәм сит илдәрҙә таратыу өсөн йүнәлтелгән проект. Әҙәби форум иһә яҙыусыларға бер береһе менән аралашып тәжрибә уртаҡлашырға, үҙ-ара бәйләнештәрҙе нығытырға мөмкинлек бирәсәк», — тине Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы етәксеһе Зәки Арсланов.
Читайте нас: