+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Ғинуар 2021, 00:22

“Ҡанатлы күңел ҡәләме”

Республика йәштәр конкурсында үҙегеҙҙе һынап ҡарағыҙ

Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Республика халыҡ ижады үҙәге мәҙәниәт йорто шиғри һәм сәсмә әҫәрҙәрҙе яттан һөйләү оҫталарын “Ҡанатлы күңел ҡәләме” тип аталған Республика йәштәр конкурсына саҡыра.
Конкурс 2021 йылдың 27-28 февралендә Өфө ҡалаһында үтә. Ул ике турҙан тора:
1-се тур – (һайлап алыу туры)
2-се тур – (тере тауышты баһалау)
Финалда - төрлө оҫталыҡ-дәрестәре һәм бүләкләүҙәр.
Сара “Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү саралары тураһында” Дәүләт программаһы сиктәрендә үткәрелә.
Конкурс һәләтле ижади йәштәрҙе асыҡлау һәм һәләттәрен үҫтерергә булышлыҡ итеү, уларҙа сәнғәт ижады ярҙамында зауыҡ тәрбиәләү һәм йәштәрҙә ижадта үҙ-үҙҙәрен табырға ярҙам итеү, әүҙем йәшәү рәүешенә ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсатында ойошторола.
Ҡатнашыу өсөн 16 йәштән 35 йәшкә тиклемге, ижад итергә яратыусы йәштәр саҡырыла.
Конкурс башҡорт һәм рус телдәрендә уҙғарыла.
Ҡатнашыу өсөн ғаризалар https://vk.cc/bXaIJZ һылтанмаһы буйынса 2021 йылдың 19 февраленә, сәғәт 00:00 тиклем ҡабул ителә.
Конкурс түбәндәге номинациялар буйынса уҙғарыла:
- “Шиғри әҫәрҙе нәфис һөйләү”
- “Сәсмә әҫәрҙе нәфис һөйләү”
- “Үҙ шиғырыңды нәфис һөйләү”
- “Автор ҡарашы”
Йәш буйынса төркөмдәр:
1-се төркөм: 16 йәштән 21 йәшкә тиклем
2-се төркөм: 22 йәштән 35 йәшкә тиклем
- “Автор ҡарашы” номинацияһында йәш төркөмдәре түбәндәгесә:
1-се төркөм: 18 йәштән 25 йәшкә тиклем
2-се төркөм: 26 йәштән 40 йәшкә тиклем
Ғаризалар [email protected] электрон адресы буйынса ҡабул ителә.
Конкурс берләшмәһе: https://vk.com/krylo_dushi_ufa
Белешмәләр алыу өсөн Республика халыҡ ижады үҙәге мәҙәниәт йортоноң телефоны: 8(347) 273-50-51
Читайте нас: