+15 °С
Облачно
Новости
20 Января 2021, 08:00
«Өс таған» фильмының прокатҡа сығыу көнө билдәле булды
Был хаҡта фильмдың режиссеры Айнур Асҡаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте.
«Өс таған» фильмының прокатҡа сығыу көнө билдәле булды. 4 марттан Мостай Кәримдең повесы буйынса төшөрөлгән картинаны Башҡортостан һәм Татарстан кинотеатрҙарында ҡарарға мөмкин. Был хаҡта фильмдың режиссеры Айнур Асҡаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте.
«Ике йыл буйына 50-нән ашыу кеше эшләне, һәм мин ҙур ышаныс менән башҡорт киноһында ошондай сифатлы тауышты һәм һүрәтте күргәнегеҙ юҡ тип әйтә алам! Ә музыкаһы ниндәй! Бәлки, iMAX залында ла күрһәтербеҙ», — тине режиссер.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ,
премьера алдынан
«Өс таған» фильмы башҡорт классигының тыуыуына 100 йыл тулған йылда юбилей саралары барышында күрһәтелде.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"