-22 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Ғинуар 2021, 11:00

Башҡорт википедистары - Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына конкурс еңеүселəре

Грант иҫəбенə биш тематик, шул иҫəптəн уҡыусылар өсөн бер конкурс уҙғарыласаҡ.

«Башҡорт Википедияһы ирекмəндəренə һəм Викимедианың башҡорт телендəге туғандаш проекттарына ярҙам итеү үҙəге» проекты Башҡортостан Республикаһы Башлығының Башҡортостан Республикаһының дəүлəт телдəрен һəм Башҡортостан
Республикаһы халыҡтары телдəрен һаҡлауға һəм үҫтереүгə субсидиялар формаһында йүнəлтелгəн гранттары конкурсында еңеүсеһе тип танылды.
Проектты Башҡорт телен һаҡлау һəм үҫтереү фонды, Башҡортостан Республикаһының Мəғариф һəм фəн министрлығы, Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һəм киң мəғлүмəт саралары буйынса агентлығы, «Бөтə донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» Халыҡ-ара йəмəғəт ойошмалары берлеге ярҙамында энциклопедик белемде таратыуға булышлыҡ итеүсе «Викимедиа РУ» (Мəскəү) коммерцияға ҡарамаған партнерлыҡ ойошмаһы тормошҡа ашыра. Грант иҫəбенə биш тематик, шул иҫəптəн уҡыусылар өсөн бер конкурс уҙғарыласаҡ. 1-се конкурс - «Тарихи Башҡортостан топонимияһы», уның маҡсаты - тарихи Башҡортостан сиктəрендə географик объекттарҙың башҡортса атамаларын аныҡлау һəм нығытыу.
2-се: «112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары». Уның буйынса Википедияла Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар һəм тəү сиратта 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары тураһында күп телле Викимəғлүмəт (Викидата) базаһында элементтар (структуралы яҙмалар) булдырыу.
3-се: «Исемең матур!», Башҡорт Википедияһында булған һəм ошо исемде йөрөткəн шəхестəр тураһындағы мəҡəлəлəргə һылтанмалар ҡуйылған башҡорт исемдəренə аңлатмалар биргəн мəҡəлəлəр яҙыу. Конкурс 14 йəштəн өлкəн уҡыусыларға тəғəйенлəнə, телəге булған кесерəк йəштəге уҡыусылар ҙа ҡатнаша ала.
4-се конкурс: конкурс «1000 мотлаҡ һəм 10000 тәҡдим ителгән мəҡəлə», Википедияның барлыҡ тел бүлектəренə тəҡдим ителгəн һəм мотлаҡ булған мəҡəлəлəр яҙыу һəм тулыландырыуға йүнəлтелə.
5-се: «Башҡорт Википедияһының белешмə биттəре». Яңы килгəн ирекмəндəр үҙ аллы өйрəнһен һəм алдан эшлəй башлағандар оҫталығын камиллаштырһын өсөн кəрəкле, Башҡорт Википедияһына яраҡлаштырылған белешмə һəм уҡыу материалдарын башҡортсаға тəржемə итеү буйынса иң тəжрибəле мөхəррирҙəр өсөн конкурс. Грант тормошҡа ашырыу барышында шулай уҡ «Википедия:ҡыҫҡа танышыу курсы» программаһы буйынса 20 сəғəтлек алты онлайн уҡыу курсы үткəрелəсəк, уларҙың береһе мəктəп уҡыусылары өсөн тəғəйенлəнгəн. Был курстар, һис шикһеҙ, башҡорт телен белеүсе яңы волонтерҙар килеүенə этəргес буласаҡ тип күҙаллана. Проектты тормошҡа ашырыу Википедияның башҡорт сегментының
ирекмəн-википедистары оҫталығын арттырыу; Рəсəйҙең күп этниклығына янаған глобаль хəүеф шарттарында башҡорт телендə Башҡортостан, уның тарихы һəм республиканың күп миллəтле халҡының мəҙəниəте, билдəле шəхестəре, айырыуса башҡорттар, башҡорт теле, башҡорт мəҙəниəте тураһындағы мəғлүмəттең күлəмен
арттырыу һəм сифатын яҡшыртыу, уны донъя киңлегенə таратыу кеүек ҡыҫҡа һəм урта мөҙҙəтле һөҙөмтəлəргə өлгəшеү мөмкинлеге бирəсəк.
Проект шулай уҡ дəүлəттең һуңғы осорҙа эске туризмды үҫтереүгə бүлгəн иғтибары сиктəрендə башҡорт теленең һəм башҡорт мəҙəниəтенең ыңғай имиджын Рəсəй һəм донъя киңлегендə нығытыу һəм пропагандалау йəһəтенəн ҙур əһəмиəткə эйә.
Башҡортостандың мәҙәни донъяһы
Читайте нас в