23 ғинуарҙа А. Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрында “Золушка” балалар өсөн спектакленең премьераһы үтәсәк. Шарль Перро әҫәре буйынса сценарийҙы рус драматургы Евгений Шварц яҙған.
Сибай сәхнәһендә әкиәтте Магнитогорск опера һәм балет театры солисы Владимир Полторак ҡуя. Рәссам – Ләйсән Ғарипова. Музыкаль яҡтан биҙәүсе - Ғайсар Аҡбулатов.
Золушка” – тырыш һәм изге күңелле ҡыҙ тураһындағы әкиәт. Ул олоһона ла,кесеһенә лә оҡшай.