+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Ғинуар 2021, 19:00

#2021 йыл - Башҡорт тарихы йылы

Ханты-Манси автономиялы округы башҡорттары Башҡорт тарихы йылын башлап ебәрҙе

ХМАО-Югра башҡорттары ҡоролтайы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә Ханты-Манси автономиялы округы биләмәһендә йәшәгән милләттәштәребеҙ өсөн Салауат Хәмиҙуллиндың онлайн-лекцияһын ойошторҙо. Танылған тарихсыны тыңларға теләүселәр төбәктең төрлө урындарынан — Сорғот, Лянтор, Нижневартовск, Когалым, Пыть-ях ҡалаларынан йыйылды.
«2020 йылдың 14 декабрендә Өфөлә Башҡорт теле йылына йомғаҡ яһалды, йыл дауамында барған сараларҙа ҡатнашҡан бар милләттәштәргә рәхмәт белдерәм. Бөгөн ойошторолған онлайн-лекция Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән Башҡорт тарихы йылына арнала. Шуны ла әйтеп китергә кәрәк, оҙаҡламай беҙҙең төбәктә Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре уҙғарыу ҡаралған», — тип әйтеп үтте сәләмләү һүҙендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзаһы, Ханты-Манси автономиялы округы-Югра башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рәүҙәт Ҡолмәнбәтов.
«Башҡорттар Ҡытай сығанаҡтарында 604 йылда (VII быуат), атап әйткәндә, Суй династиялары тарихында телгә алына башлай. Әммә был факт башҡорттар ошо ваҡытта ғына барлыҡҡа килгән, тигәнде аңлатмай. Ҡытайҙа династия тураһында уның ҡолауынан һуң яҙылыуын иҫәпкә алғанда, башҡорттарҙың тарихы бик тәрән», — тип башланы лекцияһын тарихсы Салауат Хәмиҙуллин.
Онлайн-лекция һуңында шәжәрәһе менән ҡыҙыҡһыныусылар уны нисек төҙөү тураһында Салауат Хәмиҙуллинға үҙ һорауҙарын бирҙе. Ғалим Башҡортостан Республикаһының Милли архивы хеҙмәткәрҙәре был эш йәһәтенән халыҡҡа ҙур ярҙам күрһәтеүен һөйләне һәм уларға мөрәжәғәт итергә кәңәш бирҙе. Шулай уҡ ул basharchive.ru сайтынан күп кенә мәғлүмәтте табып булғанын әйтеп үтте.
Читайте нас: