+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Ғинуар 2021, 15:00

Юлай Ғиниәт улы УШАНОВтың тыуыуына 75 йыл

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры артисы, педагогы, БАССРҙың халыҡ артисы (1946-2002)

УШАНОВ Юлай Ғиниәт улы (1946 йылдың 17 ғинуарында Өфөлә тыуған — 2002 йылдың 2 февралендә Башҡортостандың Кушнаренко районы Шәрип ауылында ерләнгән), балет артисы. БАССР‑ҙың халыҡ (1974) һәм атҡаҙанған (1971) артисы. Ғ.Ғ.Ушановтың улы. 1961-64 йылдарҙа БДОБТ эргәһендәге балет студияһында уҡыған (педагогтары Ф.М.Саттаров, Х.Ғ.Сафиуллин, Ф.Н.Әхмәтшин). Пермь хореография училищеһын тамамлағандан һуң (1967; педагогы Ю.И.Плахт) 1988 йылға тиклем БДОБТ солисы, 1991 йылдан алып Р.Нуриев исемендәге Башҡорт хореография училищеһында уҡыта. Ушановтың бейеү сәнғәте һығылмалылыҡ, камил техника һәм күркәм башҡарыу менән айырылып тора. Тәбиғәттән бирелгән музыкаль тойомлау уға стилистик яҡтан дөрөҫ, баҙыҡ образдар тыуҙырырға мөмкинлек бирә. Төп партиялары: Айтуған (“Яратам һине, тормош”; дебют, 1967), Йомағол (“Сыңрау торна”), Альберт (“Жизель”, А.Адан), Базиль (“Дон Кихот”, Л.Ф.Минкус), Вацлав, Гирей (“Баҡсаһарай фонтаны” — “Бахчисарайский фонтан”, Б.В. Асафьев), Дезире (“Йоҡоға талған һылыу” – “Спящая красавица”, П.И.Чайковский) һ.б. Ульяновск (1968) һәм Ленинград (1969) ҡалаларында үткән БАССР мәҙәниәте көндәрендә, Ҡарағалпаҡ АССР‑ында үткән БАССР әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәрендә (1976) ҡатнаша.
Фото: "Гөлнәзирә" балеты (1963)
Одиллия - Леонора Ҡыуатова, Зигфрид -Юлай Ушанов
Читайте нас: