+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Ғинуар 2021, 15:00

Яңы китап донъя күрҙе

19 ғинуарҙа Тыуған-яҡты өйрәнеүселәр берлеге һәм Милли музей Николай Киселевтың батырлығы тураһында яҙылған китаптың презентацияһын уҙғара.

19 ғинуарҙа Тыуған-яҡты өйрәнеүселәр берлеге һәм Милли музей Николай Киселевтың батырлығы тураһында яҙылған китаптың презентацияһын уҙғара.

Ул Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Белорус урманында 218 йәһүдтең ғүмерен һаҡлап алып ҡалған партизан Николай Кисилев хаҡында.

Ҡотҡарылған һалдаттарҙың вариҫтары партизанды әле һаман ололай.

Уға Израилдә Донъя халыҡтары хаҡиҡәтсеһе исеме бирелгән,Тел-Авивта йыл һайын уның иҫтәлегенә осрашыу үтә, Мәскәүҙә уның исемендәге сквер һәм хәтер таҡтаһы бар.

Китап авторы Валерий Александрович Чернышев 2020 йылдың 10 майында вафат. Уның фиҙаҡәр хеҙмәтен дауам итеү эшен Благовещен һәм Өфөлә йәшәүсе яҡташтары үҙ өҫтөнә алды. Ким Миргали улы Мирғаязов китапты сығарыу эшен тамамлап ҡуйҙы.
Читайте нас: