+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Ғинуар 2021, 13:00

Йәш авторҙарҙы һәм рәссамдарҙы республика конкурсында ҡатнашырға саҡыралар

Тулыраҡ мәғлүмәт конкурстың положениеһында.

Ә.-З. Вәлиди исемендәге БР милли китапхана “Хазина” хәйриә һәм мәҙәни программалар үҙәге” Башҡорт республика йәмәғәт ойошмаһы һәм Дүртөйлө ҡала китапханаһы менән берлектә “Күңел ҡылым сыңлай” исемле Башҡорт республика әҙәби-ижади конкурс иғлан итә. Ул ауыр хәлдә ҡалған балалар һәм үҫмерҙәр араһында ойошторола.
Быйылғы конкурс Башҡортостанда иғлан ителгән Һаулыҡ һәм әүҙем ғүмер оҙайлығы йылына арнала.
Унда 7 йәштән 17 йәшкәсә балалар йорттары, социаль приют, интернат, коррекция үҙәктәренән балалар һәм үҫмерҙәр, инвалид һәм етем балалар ҡатнаша ала. Әҙәби конкурста башҡорт, рус, татар телдәрендә шиғырҙар, эссе, хикәйәләр, шулай уҡ көйгә һалынған автор әҫәрҙәре (йыр, романс) ҡабул ителә. Ижади йүнәлеш буйынса - живопись, графика, лепка.
Тулыраҡ мәғлүмәт конкурстың положениеһында.
Башҡортостандың мәҙәни донъяһы
Читайте нас: