+2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Ғинуар 2021, 19:00

Башҡортостанда ырыуҙар ҡоро үтәсәк

14 ғинуарҙа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының Тарих һәм башҡорт халҡын үҫтереү мәсьәләләре буйынса комиссияһының киңәйтелгән ултырышы үтте.

14 ғинуарҙа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының Тарих һәм башҡорт халҡын үҫтереү мәсьәләләре буйынса комиссияһының киңәйтелгән ултырышы үтте. Осрашыу онлайн-форматта ойошторолдо, унда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының Президиум ағзалары, бөтә комиссиялары рәйестәре, шулай уҡ республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, БР Милли музейы вәкилдәре саҡырылды. Көн тәртибендәге төп тема — Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән Башҡорт тарихы йылын үткәреү буйынса методик тәҡдимдәрҙе ҡарау һәм раҫлау. Башҡарма комитет Тарих мәсьәләләре буйынса комиссия менән берлектә методик әсбап әҙерләне, унда тематик йыл программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә үткәреү өсөн саралар тәҡдим ителгән.
Тарих һәм башҡорт халҡын үҫтереү мәсьәләләре буйынса комиссия рәйесе Азат Ярмуллин ҡыҫҡаса методик әсбаптың төп пункттары тураһында һөйләп үтте. Башҡорт тарихы йылының төп йүнәлештәре — башҡорт ырыуҙары тарихы һәм Каруанһарай тарихи-архитектура комплексы буйынса саралар, «Шайморатов вариҫтары» проектын дауам итеү, күренекле башҡорт эшмәкәрҙәре иҫтәлеген мәңгеләштереү, «Төньяҡ амурҙары» исемле яңы проект. Фекер алышыу барышында тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙең эшен әүҙемләштереү, Каруанһарай комплексы буйынса фундаменталь хеҙмәт булдырыу, Ә.З.Әсфәндиәровтың «Башҡортостан ауылдарының тарихы» китабын ҡабаттан баҫтырып сығарыу һәм башҡа тәҡдимдәр яңғыраны.
Ултырыштың көн тәртибендәге икенсе пункт — «Ырыуҙар ҡоро» проекты. Уның авторы Юлдаш Йосопов әйтеүенсә, сара республика телевидениеһында тормошҡа ашырыу өсөн әҙерләнә, елдәк, балыксы, ирәкте, мең, ҡаңлар, юрмый һәм башҡа ырыуҙар ҡоро үткәреү планлаштыра.
Артабан «Мең ырыуы» төбәк йәмәғәт ойошмаһының эш планы ҡаралды. Ойошма Советы рәйесе Әхнәф Тимербулатов Миәкә районында төбәк-ара йыйын үткәреү, Ҡәнзәфәр бейгә бюст ҡуйыу, башҡорт генералы Хажи-Әхмәт Ишбулатовтың исемен мәңгеләштереү, шағир Сафуан Яҡшығоловтың тыуыуына 150 йыл тулыуҙы билдәләү буйынса пландары менән уртаҡлашты. «Мең ырыуы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе урынбаҫары Альфред Шәймарҙанов Бишбүләк районының Айыт ауылында башҡорт шағиры Ярлы Кәримдең иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектәге эшмәкәрлек тураһында һөйләп үтте. Ул Ярлы Кәримдең шулай уҡ билдәле шағир Фәтих Кәримдең бер туған ҡустыһы булыуын билдәләне һәм ауылда асылған Фәтих Кәрим музейына бер туған Кәримовтар исеме бирергә тәҡдим итте.

https://kurultai.ru/ba/content/1855-v-bashkortostane-projdut-sezdy-rodov/
Читайте нас: