+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Ғинуар 2021, 00:00

ИҪКЕСӘ ЯҢЫ ЙЫЛ

Килде ергә Иҫке йылдың һуңғы кисе,Сорнап алды күңелемде серле хисе,

Килде ергә Иҫке йылдың һуңғы кисе,
Сорнап алды күңелемде серле хисе,
Ана, Илһамым да тора йәнәшәмдә
Мә, ҡәләмең, ал да яҙ тиҙерәк, тейсе...
Илһам әйтә, Әйҙә тышҡа сығайыҡ, ти,
Яңы йылды бергә ҡаршы алайыҡ, ти,
Кейенә һалдым да икәү киттек сығып,
Ҡәләмемде уң ҡулыма тотоп алып.
Күк йөҙөндә бөгөн болот, йондоҙ һирәк,
Шуға күрә бер аҙ моңһоу кеүегерәк,
Бер мөғжизә килер кеүек тибә йөрәк...
Ап-аҡ суҡлы селтәр шәлдә яңғыҙ тирәк...
Бәрәкәтле, мул ҡуллы бул, Яңы Йылым,
Алып кил һин беҙгә бәхет, уңыш йырын,
Ғаиләләр именлеген, тулылығын,
Күңелдәр күтәренкелеген, йылылығын,
Хистәрҙең сафлығын, иң юғарылығын,
Тормош гүзәллеген, ышаныстың нығын,
Ғөрөф-ғәҙәт йолалары юғалмаһын,
Әсәйҙәр үҙ телендә балалар наҙлаһын,
Ҡурай моңо һәр тарафта яңғыраһын,
Халҡым рухы уғрыларҙан урланмаһын.
Килтер Яңы Йыл донъялар именлеген,
Мөғжизәләрҙең алып кил һин һәр көнлөгөн,
Һәр дәүләткә килтер үҙе теллелеген,
Аңлат, телһеҙ Дәүләт булмай икәнлеген.
Ҡыуанып йәшәйек һәр бер килгән көнгә,
Көс-ҡеүәт өҫтә Яңы йыл тыуған телгә,
Ышанысым, өмөтөм ҙур һиңә быйыл,
Һаумы! тиеп сәләмләй беҙҙе Яңы Йыл,
Саф башҡортса өндәште Һаулыҡ йылы.
Илһамым менән бергәләп йөрөйбөҙ тышта,
Иҫкесә Яңы йыл ҡаршылап һалҡын ҡышта,
Ҡәләм менән теләктәремде яҙҙым ҡарҙа,
Ҡағыҙ ҙа кәрәк булманы аҡ ҡар барҙа.
Фәүзиә Ҡотлогилдина - АЛТЫНБИКӘ
Иҫкесә Яңы йыл менән!
Читайте нас: