+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Ғинуар 2021, 14:00

Силәбенең ҡырыҫ уҡсылары дәрес бирә

Проект Көньяҡ Урал башҡорттарының милли кәсептәрен һәм мәҙәниәтен һаҡлауға, йәштәрҙе сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыуға йүнәлтелгән.

Силәбе өлкәһе Сыбаркуль ҡалаһы һәм өлкәһенең башҡорт милли-мәҙәни автономияһы өлкә губернаторының гранты ярҙамында «Ҡырыҫ уҡсы» проектын тормошҡа ашыра. Проект Көньяҡ Урал башҡорттарының милли кәсептәрен һәм мәҙәниәтен һаҡлауға, йәштәрҙе сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыуға йүнәлтелгән. Уның сиктәрендә өлкә халҡы өсөн яндан атыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторола. Дәрестәрҙә башҡорт янының ҡоролошо, унан уҡ атыу юлдары, башҡорттарҙың милли кейеме хаҡында лекциялар уҡыла һәм, әлбиттә, һәр кем был белемде ғәмәлдә файҙаланып ҡарай ала.
Оҫталыҡ дәрестәре: 16 ғинуарҙа 12:00 сәғәттә Сыбаркүл районы Бишкил ауылының мәҙәниәт йортонда; 24 ғинуарҙа 14:00 сәғәттә Арғаяш районы Бәжекәй ауылы мәктәбендә; 30 ғинуарҙа 14:00 сәғәттә Миәсс ҡалаһының Халыҡ ижады йортонда; 31 ғинуарҙа 14:00 сәғәттә Златоуст ҡалаһының «Төҙөүсе» спорт клубында; 6 февралдә 14:00 сәғәттә Ҡонашаҡ районының Маяҡ ауылы мәктәбендә үтә. Дәрестәр 6 йәштән өлкәндәр өсөн тәғәйен.
Читайте нас: