-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Ғинуар 2021, 12:00

Баш ҡалала актер һәм режиссер Хөрмәтулла Үтәшев тураһында китап-альбом донъя күрҙе

Төҙөүселәре – Динара Ҡәйүмова һәм Зөлфиә Ҡарабаева.

Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәтулла Үтәшев тураһында «Таштуғайҙың ике батыры: Хөрмәтулла Үтәшев. Тормошо һәм ижад юлы» исемле китап-альбом донъя күрҙе. Төҙөүселәре – Динара Ҡәйүмова һәм Зөлфиә Ҡарабаева.
Тиҙҙән Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрында һәм Үтәшевтарҙың тыуған яғы – Хәйбулла районында китаптың исем туйы була. Уны Өфөнөң китап магазиндарында һатып алырға мөмкин.
Динара Ҡәйүмова һөйләүенсә, китап «Сәхнә генералы – Хөрмәтулла Үтәшев», «Халыҡ һөйөүе – мәңгелек», «Тыуған бишек – киң донъяға ишек», «Ата-әсәйем мөхите» исемле бүлектәрҙән тора.
«Фактуралы, оҙон буйлы Хөрмәтулла Үтәшев героик-романтик амплуалағы ролдәр менән дә (сөнки улар еңел бирелә һәм актер уларҙы шәп башҡара!) сикләнеп ҡала алыр ине, әммә артист үҙен киң диапазонлы оҫта итеп танытты. Эпик пландағы киң күләмле ролдәрҙән тыш, ул сағыу, комик һәм эксцентрик, хатта гротеск жанрындағы ролдәр тыуҙырҙы: Салауат, Степан Разин, Сыңғыҙхан, Кемаль Ата Төрк, Эдип һәм Гарпагон, Юлғотло, Нөгөш… Ошо төрлө жанрҙағы, төрлө стилдәге һәм төрлө эстетик тәбиғәтле ролдәрҙә лә Хөрмәт Үтәшев үҙен иркен тоя. Тәү сиратта, Үтәшевтең ҡуш йөрәкле булыуы, ҡыйыулығы, сәхнәлә уйнарға теләүенең көслө булыуы һәм ҡәҙимге ҡалыптарҙы ҡурҡыу белмәйенсә боҙоуы ғәжәпләндерә», — тип яҙа китаптағы мәҡәләһендә театр тәнҡитсеһе Галина Вербицкая.
Китапта шулай уҡ театр тәнҡитселәре Һөйөндөк Сәйетов, Рида Буранова, драматург Нәжиб Асанбаев, журналист Илүзә Капкаева, фольклорсы Розалиә Солтангәрәева, виртуоз ҡурайсы Сәйфулла Дилмөхәмәтовтың мәҡәләләрен, Ҡәҙим Аралбаев, Ирек Кинйәбулатов, Риф Тойғонов, Лариса Абдуллина, Йәғәфәр Үтәшевтың шиғырҙарын уҡырға мөмкин. Артист хаҡында коллегалары — театрҙың баш режиссеры Айрат Абушахманов, режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев, актерҙар Илдар Ғүмәров, Сара Буранбаева, Алһыу Бәхтиева, Римма Ҡаһарманова һәм Азат Вәлитов фекерҙәре менән уртаҡлаша.
«Тыуған бишек – киң донъяға ишек» бүлеге Хәйбулла районы башлығы Рөстәм Шәриповтың сәләмләүе менән асылған:
«Заманында майҙандарҙы шаулатҡан, бер һабантуй бәйгеһендә лә бил бирмәгән, майҙан ғына түгел, ялан батыры ла булған Ғаззали Үтәшев — сиҙәм ерҙәрендә иген сәсеп-урып, Тыуған еренә фиҙәҡәр хеҙмәт иткән. Ғаззали батыр үҙенең аҡылы, тормошҡа ҡарашы, тәжрибәһе менән яҡташтары араһында абруй ҡаҙана, ихтирамға лайыҡ була. Үҙенән һуң лайыҡлы балалар ҡалдыра. Ғаззали батырҙың улы — республикала ғына түгел, Рәсәйҙә, хатта сит илдәрҙә лә танылыу тапҡан Башҡортостан Республикаһының, Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры Хөрмәтулла Үтәшев — районыбыҙҙың ғорурлығы».
Китаптың өсөнсө һәм дүртенсе бүлектәре Хөрмәтулла Ғаззали улының хәтерләүҙәренә ҡоролған: бала саҡтың сағыу иҫтәлектәре, мәктәп һәм студент йылдары, әрме хеҙмәте, театр донъяһына аяҡ баҫыу, ижад юлы, етәксе һәм уҡытыусылыҡ эше… Был хәтирәләр барыһы ла халыҡсан, ябай тел менән яҙылған, китапты уҡыусылар үҙҙәрен мауыҡтырғыс ваҡиғалар уртаһында йөрөгәндәй хис итә.
Һуңғы бүлектә авторҙың бер туған апаһы Фәриғә Күсәкованың иҫтәлектәре һәм шиғырҙары, Рәүеф Собханғоловтың Ғаззали батыр тураһында мәҡәләһе баҫылған.
Китаптың һуңғы биттәрендә актерҙың тормош һәм ижад юлының төп ваҡиғалары, уйнаған ролдәр исемлеге, Хөрмәтулла Үтәшевтың руссанан башҡортсаға тәржемә иткән пьесалар исемлеге урын алған.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: