+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Ғинуар 2021, 19:00

Өфө “Нур” татар дәүләт театры тамашасылар өсөн китапхана булдырасаҡ

Белешмәләр өсөн телефон: 8 987 053 78 87

"Китап – белем шишмәһе" тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Смартфондар, интернет заманында китапҡа хөрмәтте һәм ҡыҙыҡһындырыуҙы яңынан уятып, телде, мәҙәниәтебеҙҙе, рухи камиллыҡты һаҡлау бик мөһим бурысыбыҙға әйләнеп килә. Шуны иҫәпкә алып, Өфө “Нур” татар дәүләт театры яратҡан тамашасылары өсөн китапхана булдырыу өсөн ҙур эш башлай.
Театрҙа тамаша алдынан китап уҡып, күңелегеҙҙе тағы ла тулыландырып, ваҡытығыҙҙы файҙалы итеп үткәрә аласаҡһығыҙ. Теләгегеҙ булһа, китаптарығыҙҙы китапханаға бүләк итеп, шундай күркәм эшкә үҙегеҙҙән өлөш индерә алаһығыҙ. Тамашасылар ярҙамы менән театр китапханаһы тиҙерәк тулыланып, ҡыҙыҡлы һәм бай буласаҡ, тип иҫәпләй театр хеҙмәткәрҙәре.
Китапты бүләк итеү шарттары:
1. Китап уҡырлыҡ хәлдә булырға тейеш (Тышлығы һәм барлыҡ биттәре лә урынында).
2. Китаптың эске яғында кемдән бүләк икәнен яҙып ҡалдырыу мотлаҡ.
Китаптарҙы касса алдындағы махсус өҫтәлдә ҡалдырырға мөмкин.
Белешмәләр өсөн телефон: 8 987 053 78 87
Читайте нас: