-15 °С
Ясна
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Ғинуар 2021, 13:00

«Башархив» сайты ревизия яҙмалары материалдары менән тулылана

Киләсәктә Башҡортостан Республикаһы составына ингән бөтә тораҡ пункттарҙың ревизия яҙмаларын ҡуйыу планлаштырыла.

Шәжәрәһе, ауылдар тарихы менән ҡыҙыҡһынған һәр кем хәҙер ревизия яҙмалары — XVIII быуат аҙағы- XIX быуат уртаһында халыҡ иҫәбен алыу материалдары менән файҙалана ала. Тәүге этапта сайтҡа 1858-1859 йылдарҙа Бәләбәй уезы ауылдары халҡы иҫәбе буйынса алынған мәғлүмәт ҡуйылған. Бәләбәй уезы составына хәҙерге Әлшәй, Баҡалы, Бәләбәй, Бишбүләк, Благовар (өлөшләтә), Бүздәк, Дәүләкән, Йәрмәкәй, Илеш (өлөшләтә), Миәкә, Саҡмағош (өлөшләтә), Туймазы, Шаран райондары инә. Киләсәктә Башҡортостан Республикаһы составына ингән бөтә тораҡ пункттарҙың ревизия яҙмаларын ҡуйыу планлаштырыла. Ревизия яҙмалары - 18-19-сы быуаттың беренсе яртыһында Рәсәй империяһында һалым билдәләү маҡсатында халыҡ иҫәбен алыу буйынса мәғлүмәтте күрһәткән документ. Унда ғаилә башлығының һәм ғаилә ағзаларының исеме, атаһының исеме, фамилияһы, йәше күрһәтелә. Ревизия һалым түләүселәрҙе иҫәпкә ала, бында дворяндар, руханиҙар, чиновниктар күрһәтелмәй. Тәүге ревизия 1718-1719 йылдарҙа, һуңғыһы – 1857-1859 йылдарҙа үткәрелә, бөтәһе 10 ревизия үтә. Башҡортостан Республикаһы Милли архивында 5-10 Бөрө, Бәләбәй, Үрге Урал, Ырымбур, Стәрлетамаҡ, Троицк, Өфө, Силәбе һәм Ырымбур губернияһының башҡа уездары буйынса ревизияларҙан 815 һаҡлау берәмеге бар. 5-се ревизия 1795 йылда, 6-сыһы – 1811 йылда, 7-сеһе – 1816 йылда, 8-сеһе – 1834 йылда, 9-сыһы – 1850 йылда и 10-сыһы – 1858-1859 йылдарҙа уҙғарыла.
Читайте нас в