+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Ғинуар 2021, 00:15

17 йәшлек яҡташыбыҙ

Яна Ғәббәсова - Башҡортостандың атҡаҙанған артисы!

Беренсе каналда барған "Тауыш" шоуының туғыҙынсы миҙгеле еңеүсеһе Яна Ғәббәсоваға Башҡортостандың атҡаҙанған артисы исеме бирелде.
Талантлы йырсыны был маҡтаулы исем менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров наградлаған. "Был - ҙур мәртәбә!" - тип яҙған ул һәм республика етәксеһенә рәхмәт әйткән.

Билдәле булыуынса, Яна - Нефтекама ҡыҙы. 17 йәшлек яҡташыбыҙ илдең мөһим вокаль проекты финалына сыҡҡан берҙән-бер гүзәл зат вәкиле ине. Күпселек тауышты йыйып, ул еңеүсе булып танылды.

Ҡыҙ белдереүенсә, "Тауыш" тапшырыуындағы еңеүҙән һуң ул ҡанатланып йырҙар ижад итергә һәм тамашасыларҙы авторлыҡ ижады менән ҡыуандырырға йыйына. Һәләтле Башҡортостан ҡыҙын ҡотлайбыҙ һәм уңыштар теләйбеҙ.
Читайте нас: