Яңы йыл байрамдарын тулыһынса ял итеп бөткәс, ғәҙәти эш тәртибенә өйрәнеп китеүе еңелдән түгел. Белгестәр иһә өйрәнелгән ҡалыпҡа бер көн эсендә ҡайтырға мөмкин тигән фекерҙә.
Табип-терапевтар көндө йылы иммун душтан башларға кәңәш итә. Өҫкә йылы итеп кейенергә кәрәк, сөнки тыштағы һауа торошон алдан белеп булмай. Инфекция йоҡтороуҙы киҫәтеү өсөн оксолин майын да һөртөп ебәрергә була. Иртән шоколад менән йәшел сәй эскәндә, ҡан тамырҙары системаһы яҡшыраҡ эшләп китәсәк. Эшкә йәйәү барһаң, отошло, сөнки атлағанда организм уянасаҡ һәм ғәҙәти тәртипкә тиҙерәк инәсәк.
Психологтар иһә оҙон ялдарҙан һуң тулыһынса эшкә сумыу сәләмәтлеккә тиҫкәре йоғонто яһауы тураһында киҫәтә. Эштең ауыр булмаған еңелерәк төрҙәренән башларға һәм яуаплы осрашыуҙарҙы башҡа ваҡытҡа күсереү зарур. Иң тәүҙә эштең асылына төшөнөргә, һуңынан ғына етди ҡарарҙар ҡабул итергә кәрәк, тип иҫкәртәләр.
Башҡортостан календарынан