-29 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Ғинуар 2021, 13:00

Иҫеңдәме? Нисек көтә инек

Ҡыш бабайҙың тиҙерәк килгәнен,

Иҫеңдәме? Нисек көтә инек
Ҡыш бабайҙың тиҙерәк килгәнен,
Шиғыр һөйләп, йырҙар йырлағанға
Ҡапсыҡ асып бүләк биргәнен.

Бүләк итеп ала инек бары:
Төҫлө ҡәләм, юйғыс, дәфтәрен,
Карамель, кәнфит, печенье эләкһә
Бүлешә инек һанап, бер тигеҙ.

Хәтереңдәме? Гәзит биттәренән
Кис утырып пакет теккәндәр,
Дәфтәр битен төрлө төҫкә буяп,
Сылбыр яһап, йондоҙ киҫкәндәр…

Аҡ марлянан теккән күлдәктән дә
Матурыраҡ кейем юҡ ине…
Бик ҡәҙерләп, ғорурланып
Беҙҙең быуын уны күп кейҙе.

Беҙ шат инек гармун моңдарына,
Бер мандарин, тышһыҙ кәнфиткә,
Хазина ине төплө быйма хатта,
Йылы салбар, атлас бантик та.

Тәрән табалағы итле бәлеш
Табын йәме ине байрамда…
Тел йоторлоҡ тәмле була ине
Асы ҡатыҡ, һалҡын айран да.

Аптырайым хәҙер, нимә етмәй беҙгә
Шатланмайбыҙ ебәк күлдәккә,
Ашты ла бит һалып сығарабыҙ
Матур итеп фарфор сүлмәккә….

Магазинға керһәң татлы ризыҡ
Йәнең теләгәнен һайлап ал…
Яҡшы тундар, яҡшы күн итектәр
Безҙең өсөн түгел затлы мал.

Тик ни өсөн һаман һағынабыҙ
Көлдә бешкән ҡара икмәкте?
Бөхтә итеп әсәй кейеп йөрөгән
Ҙур кеҫәле ҡара сәкмәнде?
Ни өсөн???
Авторы билдәһеҙ
Читайте нас в