Парад «Торатау» конгресс-холы алдындағы майҙандан башланды. Һылыу ҡыҙҙар матур костюмдарҙа Ҡыш бабайҙар оркестры башҡарыуындағы музыка аҫтында Өфө урамдары буйлап үтте. Ҡарһылыуҙар береһенән-береһе матур костюмдар әҙерләгән. Республика төбәктәре араһындағы ярыштарҙа Дүртөйлө районы һәм Күмертау ҡалаһы командаларына етеүселәр булманы. Конкурста 100 мең һумлыҡ Гран-приға Азалия Чанышева лайыҡ булды. «Мини» номинацияһында - алты йәшлек Эмилия Фәйзуллина, «Иң яҡшы этник костюм» номинацияһында Асҡын районы ҡыҙы Диана Ғилфанова еңеү яуланы.