+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Ғинуар 2021, 13:00

Ҡар бөртөктәре

Күктән ике ҡар бөртөгө төшөп килә, ти.

Күктән ике ҡар бөртөгө төшөп килә, ти.
- Бергә осоу ҡайһылай күңелле, эйеме? - тигән беренсеһе.
- Беҙ осмайбыҙ, ә ҡолап төшөп барабыҙ, - тип яуаплаған икенсеһе.
- Тиҙҙән ергә төшөп, күмәкләшеп ап-аҡ юрғанға әүерелербеҙ...
- Ергә төшһәк, юҡ булабыҙ. Һәр кем тапап үтеп китәсәк.
- Көндәр йылынһа, бергәләп сылтырап ағырбыҙ, ҙур йылғаға, унан диңгеҙгә юлланырбыҙ...
- Яҙ етеү менән ер йөҙөнән бөтөнләй юҡҡа сығырбыҙ...
Бәхәс ялҡытҡас, ҡар бөртөктәре бер-береһенән айырылып, һәр береһе үҙ юлынан киткән.
Читайте нас: