+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Ғинуар 2021, 02:00

ЯҢЫ ЙЫЛДА ТЕЛӘКТӘРЕМ

Сулпан Миңлебаева

Был йылда ла ихлас теләйем мин,
Һәр кемгә лә шатлыҡ, ҡыуаныстар.
Осрап торһон, тимен, йыл буйына
Күңелдәрҙе имләр йыуаныстар.
Бәхетһеҙҙәр булһа, бәхет тапһын,
Парһыҙ йәндәр булһа - үҙ парҙарын.
Ыңғай ғына барып тормоштары,
Онотһондар ине аһ-зарҙарын.
Күпләп тыуһын ине бәпестәр ҙә -
Йән биргәнгә йүне табылыр ул.
Бәхетленән тыуһа бәхетле йән -
Шатлыҡтарға шатлыҡ яғылыр ул.
Ҡот ташлаған ҡотһоҙ өйҙәргә лә
Ҡайтһын ине быйыл ҡот, ырыҫтар.
Һәм булмаһын ине Ер шарында
Йән микнәтер ыҙғыш, ҡаңғырыштар.
Аяҙ булһын күктәр, Ҡояш көлһөн...
Шом баҫмаһын берүк, йөрәктәрҙе.
Арабыҙҙа хөсөт йөрөмәһен -
Өҙмәһенсе йәнде, үҙәктәрҙе.
Һәр кемгә лә урын етер әле -
Бәҫәрмәйек күңел тарлығынан.
Ошо йылда, зинһар, арынайыҡ
Мин-минлектең осһоҙ ярлығынан.
Йәм тапһындар ҡарттар ҡартлығынан,
Йәшәһендәр күрмәй бер нужа ла.
Ил хәстәрен хатта минутҡа ла
Онотмаһын ине бер хужа ла.
Ел-дауылға йәштәр бирешмәһен,
Ҡалҡан булып беҙгә, йәшәһендәр.
"Ил", "тел" тиеп типһен йөрәктәре,
Күкрәр саҡта күкрәп йәшнәһендәр.
...Еткерҙем мин һеҙҙең һәммәгеҙгә
Был йылда ла ихлас теләктәрем.
Алырһығыҙ, бәлки, ҡабул итеп
Үҙегеҙгә генә кәрәктәрен.
(Сулпан Миңлебаева)
Читайте нас: