+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Декабрь 2020, 23:00

Яңы йыл килә!

Сажиҙә Көсөкбаева (Абдуллина)

Сана табанын һыҙғыртып,
Ҡыш бабай килә елеп.
Сөнки еребеҙ өҫтөнә,
Яңы йыл килә етеп.
Атының ялы болоттай,
Дуғаһында ҡыңғырау.
Байрам менән ҡотлап беҙҙе,
Моңон сәсеп сәләмләй.
Санаһы ла иҫ китмәле,
Алтын- көмөштән генә.
Эргәһендә Ҡарһылыуы,
Балҡып, йылмайып көлә.
Тоғондағы күстәнәсе,
Һәммәһенә етерлек.
Ҡыш бабайҙың йомартлығы,
Һис тә түгел бөтөрлөк.
Күстәнәсең менән бергә,
Алып кил һин йәлләмәй.
Ырыҫ, бәхет, һаулыҡ беҙгә,
Йәшәйексе зарланмай.
Мәрхәмәтле бул инде һин,
Яңы йылдың хужаһы.
Күрһәтмәсе кешелеккә ,
Быйылғылай ҡазаны.
Сажиҙә Көсөкбаева (Абдуллина)
Читайте нас: