+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Декабрь 2020, 17:00

2020 йылға - мөрәжәғәт

Китәм, тиһең инде оҙаҡламай,Хушлашырбыҙ инде кешесә.Тоҡсайыңа тәҫләп тултырып ал,Китеп бара күрмә, еңелсә.Тултырып ал, бөтә күҙ йәштәрен,Һағыш, әрнеш, хәсрәт, вирусты.Нисек алып килһәң, шулай тейә,Ҡалмайыҡ беҙ һиңә бурыслы.

Төклө аяҡ менән көткәйнек тә,

Төклө аяҡ менән килмәнең.

Ауыр йылдар булды, тик һиндәй ҙә

Ауыр аяҡлыһын күрмәнем.

Китәм, тиһең инде оҙаҡламай,

Хушлашырбыҙ инде кешесә.

Тоҡсайыңа тәҫләп тултырып ал,

Китеп бара күрмә, еңелсә.

Тултырып ал, бөтә күҙ йәштәрен,

Һағыш, әрнеш, хәсрәт, вирусты.

Нисек алып килһәң, шулай тейә,

Ҡалмайыҡ беҙ һиңә бурыслы.

Бөтөн донъя менән арыныҡ беҙ,

Иң ауыр йыл булдың һин беҙгә.

Бәлки, шулай ҡаты һынау ҡуйып

Ултыртырға иттең һин, теҙгә?

Ҡаты, бәғерһеҙ йыл булһаң да һин,

Иҫкәртеүең булды урынлы.

Оҙатырбыҙ һине, бик хупламай,

Ҡаршыларбыҙ тағы бер йылды.

Һин өйрәткән ауыр һабаҡтарҙан,

Өйрәнербеҙ әле йәшәргә.

Доға ҡылып һәр бер тыуған көнгә,

Һәр бер таңға, тыныс һәр төнгә.

Ябай ғына әйбер шатлыҡ икән,

Ысын бәхет икән тын алыу.

Бит япмаһыҙ йөрөү йылмайыуҙар,

Тыуған еркәйеңә таң ҡалыу.

Бер береңә ҡурҡмай ҡулдар биреү,

Иҫәнлектәр, хәлдәр белешеү.

Бер-береңә мәрхәмәтле булыу,

Дуҫ-туғандар менән күрешеү.

Аңлаттың һин беҙгә барыһын да,

Ошо миҙгел генә эсендә.

Беҙ өйрәндек хәҙер ҡыуанырға,

Ҡояш, ямғыр, һауа өсөн дә.

Оҙатырбыҙ һине йәлләмәйсә,

Йәш түкмәйсә, ҡабат тик килмә.

Тырышырбыҙ аяҡҡа баҫырға,

Аллаһ ярҙам итер, һин теймә.

Күп ҡалманы, һине оҙатырға,

Мәрхәмәтле булып, кит беҙҙән.

Дуҫтарса кит, миһырбанлыраҡ бул,

Аяҡҡа баҫырбыҙ беҙ тиҙҙән.

Доғаларҙы ҡабул итһен раббым,

Бөтөн донъя милләт халҡының.

Башҡасараҡ йәшәр инек бәлки,

Аңлай белһәк Хоҙай хаҡының.

Замира Бикбулатова
Читайте нас: