+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Декабрь 2020, 11:00

Милли йәштәр театры "Кире Яңы йыл" тамашаһына саҡыра

Яңы йылдың төп геройҙары - Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ярҙамында тамашасылар дуҫлыҡ ҙур көскә эйә булыуына тағы бер тапҡыр инана аласаҡ.

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры Яңы йыл байрамына арнап "Кире Яңы йыл" тамашаһын әҙерләгән. Башҡорт труппаһы артистары башҡарыуында спектаклдә урман йәнлектәре менән бергә шатланып-ҡыуанып, Үлемһеҙ Кащей һәм уның ейәне Костян, Мәскәй әбей һәм ейәнсәре Ягурочка менән йырлап-бейеп күңел асырға мөмкинселек бар.
Яңы йылдың төп геройҙары - Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ярҙамында тамашасылар дуҫлыҡ ҙур көскә эйә булыуына тағы бер тапҡыр инана аласаҡ.
Сағыу тамаша 25 декабрҙән сәхнәлә һәм 10 ғинуарға тиклем ҡуйыласаҡ.
Читайте нас: