-6 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Декабрь 2020, 17:00

Өфөлә төҙөкләндерелгәндән һуң Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия театры асылды

Театр һөйөүселәр был ваҡиғаны йылдан ашыу көттө.

28 декабрҙә Өфөлә төҙөкләндерелгәндән һуң Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрын асыу тантанаһы уҙҙы. Драма театры хеҙмәткәрҙәрен күптән көтөлгән ваҡиға менән ҡотлау өсөн мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениелары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, журналистар, дуҫтары килде.
Театр һөйөүселәр был ваҡиғаны йылдан ашыу көттө. Бер быуатлыҡ юбилейы алдынан ябылып, Башдрам тарихи датаны Башҡорт опера һәм балет театрында билдәләне. 2020 йылда театрға башлыса бәләкәй формалағы спектаклдәр күрһәтергә, шулай уҡ тамашасыларҙы интернетта ҡыуандырырға тура килде.
«Театрҙа елләтеү, янғын һүндереү, йылытыу системалары, һыу үткәрес өлөшләтә яңыртылды. Фойела, Ҙур һәм Бәләкәй сәхнәләрҙә ремонт яһалды, яңы ултырғыстар һатып алынды. Сәхнә ҡорамалы – ут, тауыш, сәхнә механикаһы яңыртылды. Биләмә өлөшләтә төҙөкләндерелде, урам пандустары модернизацияланды, насар күргәндәр өсөн тактиль плитә түшәлде. Театрға ингән урында яңы яҡтылыҡ диодлы экран урынлаштырылды, — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына театр директоры Иршат Фәйзуллин. — Ғинуарҙан спектаклдәр Ҙур сәхнәлә күрһәтелә башлай».
Үҙ сәхнәһен һағынған театр һөйөүселәр ошо иҫтәлекле көндө Дамир Йосоповтың сценарийы буйынса режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев һәм рәссам Альберт Нестеров ҡуйған «Зөбәржәт ҡала тылсымсыһы» театрлаштырылған тамашаһы менән билдәләне.
Кисәнең тантаналы өлөшөндә театрҙы мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ҡотланы. Ниһайәт, награда үҙенең геройын тапты: театрҙың баш режиссеры Айрат Абушахмановҡа «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектакле өсөн Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы тапшырылды. Театрҙың ижади һәм техник хеҙмәткәрҙәре почет грамоталары һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
Концерт программаһында (режиссер Хөрмәтулла Үтәшев, Динара Ҡәйүмова сценарийы) Рәүис Заһитов, Светлана Хәкимова, Азамат Ғафаров, Артур Кәбиров, Сәғиҙулла Байегет, Алһыу Бәхтиева, Юнир Ҡоланбаев театр оркестрына ҡушылып йырланы. Ә Олег Ханов һәм Сара Буранбаева шиғри сығыш бүләк итте. Кисәне Милена Сираева һәм Азамат Ғафаров алып барҙы. Сәхнәне асыу Нурия Ирсаева һәм Фидан Ғафаровтың легендар дуэты менән тамамланды.
Тамашасыларҙың бөгөн дә театр оркестрын тыңлау мөмкинлеге бар. 29 декабрҙә Бәләкәй сәхнәлә театр оркестрының «Күңел моңдары» концерты була. Идея авторы – оркестр етәксеһе Урал Иҙелбаев. Режиссеры – Фирғәт Ғарипов, сценарий авторы – Динара Ҡәйүмова. Концертты Алмас Әмиров алып бара. Тәүге бүлектә – популяр йырҙар һәм көйҙәр, шулай уҡ башҡорт композиторҙары Хөсәйен Әхмәтов, Заһир Исмәғилев, Таһир Кәримов, Айрат Кәримов, Бәхти Ғайсин, Нур Дауытов, Рим Хәсәнов, Урал Иҙелбаев музыкаһына төрлө йылдарҙағы спектаклдәрҙән йырҙар, икенсеһендә билдәле фильмдарҙан көйҙәр яңғырай.
Ләйлә Аралбаева
Читайте нас в