+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Декабрь 2020, 11:15

Яңы йылға аяҡ баҫҡан саҡта

Дания Шәрифуллина

Барыбыҙ ҙа бәхет теләйбеҙ.
Яңы бәхет, тибеҙ, ә иҫкеһе,
Ҡайҙа ҡала икән, белмәйбеҙ.
Яңы бәхет! Ниндәй була һуң ул,
Бармы уның иҫке - яңыһы?
Нимә һуң ул бәхет, ниндәй төҫтә,
Бармы икән үлсәм, самаһы?
Бәхет бит ул дуҫтар бик күп ҡырлы,
Күренмәй ул ҡайсаҡ күҙгә лә.
Бәхетте тик тоя белеү кәрәк,
Булған бәхеткә лә түҙергә!
Бәхет бит ул яныбыҙҙа ғына,
Күптәребеҙ аңлай белмәйбеҙ.
Бәхеттәрҙе тоя белмәгәнгә,
Һаман бәхет эҙләп йөрөйбөҙ.
Мин бәхетһеҙ, тиеп зарланыуҙан,
Килерме икән бәхет ишелеп.
Ерҙә йәшәүҙәре үҙе бәхет,
Аңлап йәшәйек шуны кешеләр!

Дания Шәрифуллина. 20.12.20.
Зиннур Боҫҡонов фотоһы
Читайте нас: