Ирҙәр осрашһа, армия хеҙмәтендәге, ҡатындар осрашһа, бала табыу йортондағы әңгәмәләрҙе һөйләшәләр, тигәндәй... Дуҫтарым-серҙәштәрем өсөн генә яҙам, башҡалар уҡымағыҙ( запретный плод сладок, однако).
Йыл да Айһылыу ҡыҙымдың тыуған көнө етәрәк, ошо йәшлек алабарманлығы менән үҙемде, баламды, яҡындарымды ғына түгел, ярты ауыл халҡын аяҡҡа баҫтырған саҡтарымды ҡабат-ҡабат йөрәгем аша үткәрәм дә, ниндәйен дә киң күңелле халыҡ йәшәй беҙҙә тигән шатлығымды яңыртам.
Ғүмере буйы 5-6 ауылдың ҡатындарын бағып оло тәжрибә туплаған фельдшер Роза апай ике-өс көн һайын "балнис"ына саҡырып, һынсыл ҡарашы менән көндән-көн ҙурая барған ҡорһағыма ҡарай:
- Балаҡай, көндәр буранлай, юл ҡалыры көн кеүек асыҡ, көнөң-сәғәтең еткәнен көтөп мин һине ауылда һалып ҡуя алмайым, иртәгә үк скорый менән Аҡъяр балнисына алып барып ҡалдырам, берәр аҙна бағынырһың, унан инде көнөң дә етә.
Йәндәй күргән иремде, теле менән генә һөйҙөрөп саҡ хәбәр һөйләй башлаған улыҡайымды ҡалдырып, нисек 10 көн әллә ҡайҙа, 70 км. алыҫлыҡтағы район үҙәге больницаһында ятмаҡ кәрәк!
Әммә Роза апайҙың әмере ҡаты: - Бараһың!
Ауыҙым бәлшәйеп, күҙем йәшләнеп, барып яттым бала табыу йортона. Бер аҙнанан Яңы йыл. Нисек? Нисек ошонда ҡаршыламаҡ кәрәк Ҡыш бабайҙы? Минең үгеҙҙе мөгөҙөнән ала торған күңел быға бер нисек тә күнмәй. Ҡәтғи врачтарҙың уң яғына сығырлыҡ ниндәй һүҙҙәр тапҡанмындыр, улар мине өс көн тигәндә "Ярар, яңы йылды өйөңдә ҡаршыла ла, килерһең", - тип, 70 км- лы алыҫ, мең мажаралы, бейек тауҙар һәм үҙәндәр аша ятҡан борма-борма ҡайтыр юлыма оҙаттылар. Әһә, балнисынан ҡотолдом, хәҙер инде, ҡалайтҡанда ла ауылға ылау табырға. Бөгөнгө шикелле, көн дә автобус, кеше һайын машина түгел бит ул саҡта. Район үҙәгенә колхоз фермаһының һөтөн алып килеүсе молоковоз көн аша килеп урай, эләгеп ултырһаң шуға ултырып ҡайтаһың, юҡ булһа юҡ инде. Киттем эҙләп һөт ҡабул итеү пунктына. Уррра! Ултыра машинабыҙ! Шул мәлдә ул машина миңә донъялағы иң уңайлы (лексустарың ары торһон) машина, ә шоферы Рөстәм ер йөҙөндәге иң ҡәҙерле кеше булып күренде. Машина менән ҡайтырға өмөтләнеп, минән башҡа Вәзәм ауылынан тиҫтеребеҙ Гәрәй һәм үҙебеҙҙең Әбеш егете, хәрби хеҙмәттән аяғын һындырып ялға ҡайтып килеүсе Юлай ҡусты бар. Өс кенә кеше һыйырлыҡ молоковоз кабинаһына бөтәбеҙ ҙә өмөт менән ҡарайбыҙ - беҙҙең теләкте аңлап әҙерәк арҡыры-буй һуҙылмаҫмы шул? Шофер Рөстәм, аптырауҙан елкәһен ҡашып, мут ҡына итеп:
- Машинаны үҙегеҙ йөрөтөп ҡайтаһығыҙ инде, миңә бында урын юҡ түгелме? - тине. Теге ике ир-егет алдан килгәс әбизәтелнә ҡайта икәненә ышана, әммә мөлдөрәп ҡарап торған миңә лә "Юҡ!" - тип әйтергә ҡыймайҙар. Юлайҙың һынған аяғы үҙе бер кешелек итеп гипсҡа уралған, унан ҡалһа, ике ҡултыҡ таяғы бар.
- Ярай, әйҙәгеҙ, һыйып ҡарайбыҙ инде, тигән шоферҙың һүҙенән һуң башта мин оло ҡорһағымды һөйрәп, унан Юлай бөгөлмәгән дәү аяғын һөйрәп, беҙҙе тыңҡыслап тултырғас, Гәрәй ишекте саҡ ябып менеп ултырҙыҡ. Шоферға рулде арыулап борорлоҡ та, тиҙлек рычагын тегеләй-былай ҡуҙғатырлыҡ та урын ҡалмаһа ла, бисмиллалап, ҡайтыр юлға сыҡтыҡ. Юл буйына Рөстәм рычагты бер яҡҡа тарта, минең ҡорһаҡ икенсе яҡҡа этә. - Ай-һай, был Әнәстең малайы?! Шофер булыр инде", - тиеп көлөшә юлдаштарым. Күңел етһә урын етә тигәндәре ошо инде, ике сәғәт тигәндә имен-аман ҡайтып та еттек, төнөн тултырып ҡар яуып та һалды.
Ҡайтып етте былар, шөкөр, тип еңел һуланығыҙмы? Әңгәмәләр саҡ башлана ғына әле!
Көнө еткән ауырлы ҡатынға ырғыта-һикертә үткән оҙон юл килешәме инде? Иртәгеһенә тулғаҡ тотоп, ауырып киттем. Мына һиңә! Юл юҡ! Машина юҡ! Ҡар яуып, әҙҙҙ генә ел өрөп торһа ла Әбеш-Аҡьяр юлының ни нәмәгә әйләнгәнен яҡшы белгән ҡайһы шофер йөрәге етеп руль артына ултырырға ризалыҡ бирһен!
Табылды ундай ҡуш йөрәкле кеше - үҙебеҙҙең класташ, мең мажаралы никахыбыҙҙа кейәү үңгәре, туйыбыҙҙа шаһит булған ғаилә дуҫыбыҙ Фәнис риза булды. Фельдшер Роза апайҙы ла алып, бер сумка итеп, бәпәй юлда була ҡалһа тип кәрәк-яраҡ тултырып,юлға сыҡтыҡ. Машинаһы ла машинаһы, ауыл магазиндарына әйбер ташыған ҙур кузовлы машина йөрөттө бит класташым. Хәлде аңлап, риза булып ебәргән сауҙа директорына ла, ҡурҡыуын еңеп ошо юлға сыҡҡан класташыма ла мең-мең рәхмәтемде уҡып киләм. Үҙем ике күҙемде күккә терәп, әллә Хоҙайыма, әллә ҡорһаҡтағы балама ялбарам:
- Бер үк кенә барып етәйем! Барып ҡына етәйем бер үк...
Роза апай әрләр инде тиеп ҡурҡһам да, ул бер нимә лә өндәшмәй, нишләтәһең инде быларҙы, тиҙер инде. Мине тынысландырыу, ул-был була ҡалһа психологик әҙерләү маҡсатындалыр инде, үҙенең эшләү дәүерендә бәпәйҙәрен юлда табырға тура килгән ҡатындар тураһында һөйләй.
- Сәғәт нисә?- тип һорағайным, Фәнис: "Юҡ! Ҡарамайһығыҙ! Йәнтеш тауын менмәйенсә сәғәт ҡарамайһығыҙ!" - тип өҙә һуҡты. Оҙон юлдың ҡап уртаһында, тау-үҙәнле беҙҙең яҡ юлының иң һуңғы, иң ҡатмарлы урыны Йәнтеш тауын менеү шоферҙарҙың оҫталығына оло бер һынау була торған ине, көндөң матур сағында ла әле. Хәҙер генә ул һөҙәкләндереп, асфальт һалынып, ысын юлға оҡшап ҡалды. Аҡьярға килеп еткәнсе йөрәген усында тотоп ҡына килгәндер инде, класташым Айһылыу ҡыҙымды ғүмер буйы: "Минең ҡыҙым бит ул", - тиеп яратты, тыуған көнөн бер онотмай, йыл да бүләк тотоп килеп, ҡотлап сығыр ине. Үҙенең бер-бер артлы дүрт малайы булғанға шулай яҡын күрҙеме инде ҡыҙымды. Бына әле һиңә лә ҡыҙ, тип Хоҙай бишенсе балаһы итеп ҡыҙын да биргәйне лә бит... Оло йөрәгең менән барыһын да ҡыуандырып, береһенән-береһе шәп малайҙарыңа үҙең ҡыуанып йәшә лә йәшә ине лә һуң! Эх, араҡы тигән иблес тә бар шул, донъяларҙан ваз кистергән...
Бына шулай, мине килтереп тә еткерҙеләр, тумарлап инеп тә киттем, тумарлатып бер ҡап-ҡара ҡыҙҙы ҡосағыма килтереп тә һалдылар.
- Бына һиңә Ҡарһылыу!
Собханаллаһ! Керпектәренең оҙонон!
Бөгөнгә етеп торор, ул керпектәрҙең оҙон хикмәтле хикәйә яҙырлыҡ үҙ тарихы бар. Саҡ ҡына һуңғараҡ.