-8 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Декабрь 2020, 19:00

«Башҡортостандың күренекле шәхестәре» китаптар серияһын сығарыу башланды

Тәүгеләре Мәжит Ғафури, Шәйехзада Бабичтың тормош юлына һәм ижадына арналған.

Зәйнәб Биишеваның «Китап» нәшриәтендә «Башҡортостандың күренекле шәхестәре» китаптар серияһын сығарыу башланды. Тәүгеләре Мәжит Ғафури, Шәйехзада Бабичтың тормош юлына һәм ижадына арналған.
Китаптарҙы даими нәшер итеү күҙаллана. Был серияның геройҙары – яҙыусылар һәм шағирҙарҙан тыш, тарихи хәрбиҙәр, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре.
«Ошондай китаптар – күптән өлгөрөп еткән тема, күренекле шәхестәребеҙҙең юбилей даталары уңайынан уларҙың художество әҫәрҙәренән тыш, биографияларын да баҫтырып сығарырға тырышырбыҙ», — тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте вице-премьеры Азат Баҙранов социаль селтәрҙә.
Һәр шәхес хаҡында уларҙың тормош юлын, ижадын, ҡаҙаныштарын өйрәнгән тикшеренеү эштәренең булмауы төп проблема булып тора.
«Ғилми биография яҙыу – күп көс талап иткән, шул уҡ ваҡытта кәрәкле һәм изге эш», — тип билдәләне вице-премьер.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ошо көндәрҙә «Китап» нәшриәтендә 112-се башҡорт атлы дивизияһына бағышланған китап донъя күрҙе.
Ләйлә Аралбаева
Читайте нас в