-8 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Декабрь 2020, 17:00

Яҡташыбыҙ Яна Ғәббәсова «Голос-9» шоуының финалына үтте

Финал 30 декабрҙә Беренсе каналдың тура эфирында була.https://youtu.be/2xWNZOmVp0Y

17 йәшлек Нефтекама ҡыҙы Яна Ғәббәсова Беренсе каналдың «Голос-9» проектының финалына сыҡты.
Ярымфиналда ҡыҙ Ирина Дубцованың «О нем» йырын башҡарҙы. Һүҙҙәрен һәм көйөн Дубцова үҙе яҙған.
Остазы, Рәсәй йырсыһы Полина Гагарина үҙенең 60 процентын Янаға тапшырҙы. Яҡташыбыҙ тамашасыларҙың да 60 процент тауышын йыйҙы.
Телетамашасылар һайлағансы, Яна Ғәббәсова һәм Кирилл Суслов Рәсәй йырсыһы, музыкант, композитор Григорий Лепс менән «Вьюга» йырын башҡарҙы.
Финал 30 декабрҙә Беренсе каналдың тура эфирында була.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас в