+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Декабрь 2020, 21:00

Уйынлы - ысынлы

Сажиҙә (Абдуллина) Көсөкбаева

Кәпәсте ҡырын һалып,
Гармунды ҡулға алып.
Киттем эле клубҡа,
Ҡыҙҙарҙы бейетергә.
Килеп индем эре генә,
Иҙәнгә тыҡ-тыҡ баҫып.
Барса халыҡ ҡарап тора ,
Миңә ауыҙын асып.
Ағаң китте ҡупырайып,
Йәнәһе шәп гармунсы.
Юҡ бит инде ауылдарҙа,
Минең кеүек уйнаусы.
Тора – торғас күмәкләшеп,
Бармаҡ төртөп көләләр.
Әйтерһең дә тәүге тапҡыр,
Кәмитсене күргәндәр.
Ҡапыл шул саҡ күҙем төштө,
Эргәләге көҙгөгә.
Ҡурҡышымдан ырғып киттем,
Көҙгөләге үҙемдән.
Тишек галуш, йыртыҡ салбар,
Ҡатҡан күлдәк өҫтөмдә,
Ойҡашып бөткән сәсем,
Билгеһеҙ, ниндәй төҫтә.
Ниндәй хурлыҡ, эй мәсхәрә,
Ояты бит нисек тә.
Сығып ҡына китер инем,
Юҡҡа сыҡты ишек тә.
Ғәрлегемдән төшәйемме ,
Иҙәндәге тишеккә.
Ҡысҡырып уянып киттем,
Әл дә генә төш икән.
Сажиҙә (Абдуллина) Көсөкбаева
Читайте нас: