-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Декабрь 2020, 19:00

ҺЫЙЫР ЙЫЛЫ

(Сулпан Миңлебаева)Һыйыр йылы-матур йыл. Барлыҡ нимә мул булыр. Ошо йыл һәр йәһәттән Бәрәкәтле йыл булыр.(Шиғырҙың дауамы - сайтта)


ҺЫЙЫР ЙЫЛЫ

Һыйыр йылы-матур йыл.
Барлыҡ нимә мул булыр.
Ошо йыл һәр йәһәттән
Бәрәкәтле йыл булыр.

Ниндәй эшкә тотонһаң,
Гөрләп барыр бар эштәр.
Баҡсаларҙа тамылйып,
Бешеп сығыр емештәр.

Баҫыуҙарҙа игендәр
Уңыш бирер мул итеп.
Ошо йылды иҫләрбеҙ
Иң уңышлы йыл итеп.

Бер-бер артлы гөрләтеп,
Никах, туйҙар уҙырҙар.
Матур-матур бәпестәр
Ошо йылда тыуырҙар.

...Донъялағы хәлдәргә
Кемдәр түгел битараф,
Сәйәсмәндәр фаразлай:
"Тыныс булыр бар тараф!"

Табиптар ҙа йыуата:
"Ҡотолорбоҙ вирустан!"
Айырмаһын ошо йыл
Беҙҙе ҡоттан,ырыҫтан!

Йәшәүсегә ауылда
Быйыл булыр хөрриәт:
Күпләп һыйыр тоторға
Әгәр итһә ул ниәт.

Елене тулған һәүкәште
Гөбөрләтеп һауырбыҙ.
Күпереп бешкән икмәккә
Тәмле ҡаймаҡ яғырбыҙ.

Ҡайнатырбыҙ ҡорот та,
Әҙерләрбеҙ һөҙмәһен.
Һыйырыбыҙға бары,тим,
Тик яман күҙ теймәһен!

Батман-батман май йыйып,
Үтер йәмле йәйебеҙ.
Муллыҡ булыр бар ерҙә,
Балҡып торор өйөбөҙ.

...Һыйыр йылы матур йыл,
Бәрәкәтле йыл булыр!
Мәрхәмәтле әҙәмдең
Күңеле тулы йыр булыр.
(Сулпан Миңлебаева)

24.12.2020
Читайте нас: