+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Декабрь 2020, 15:00

"ТЕАТР РОМАНЫ - 2020" ЛАУРЕАТТАРЫ

Гөлсәсәк Дәүләтбай ҡыҙы Саламатованы һәм Айһылыу Сынтимер ҡыҙы Сәғитованы ихлас ҡотлайбыҙ!

Башҡорт дәүләт академия драма театрының 100 йыллығына әҙерләнгән китап Бөтә Рәсәй "Театр романы - 2020 " лауреаты!!! Китаптың авторҙары - Айһылыу Сәғитова һәм "Беренсе Республика " фильмы өсөн республиканың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Гөлсәсәк Саламатова. Әлегә был дәрәжәле премия Рәсәйҙә лә, сит илдә лә театр өлкәһендәге иң ҙур мәртәбәле награда тип иҫәпләнә. Ижадташыбыҙ Гөлсәсәк Дәүләтбай ҡыҙын ихлас ҡотлайбыҙ. Әйтергә кәрәк, быйыл 2020 йылда Рәсәйҙең төрлө театрҙарының тарихын сағылдырған 138 китап араһында Башҡорт
академия драма театры тарихына арналған күләмле хеҙмәт, һайлап алыу турын уңышлы үтеп, тәүҙә 79 монография араһынан жюри ағзалары тарафынан икенсе турға үтте. Аҙаҡ 10 монография араһында финалға сыҡты. Һәм бына ул...ЕҢЕҮСЕ.. Гөлсәсәк Дәүләтбай ҡыҙын һәм Айһылыу Сынтимер ҡыҙын ихлас ҡотлайбыҙ. Һеҙ - Башҡорт дәүләт академия драма театры тарихын яңы быуат ижадсыларына еткергән һәм башҡорт халҡына театр сәнғәтендәге юғары ҡаҙаныштары өсөн дан йырлаған кешеләр. Ҡотлайбыҙ!
Гөлнара Яруллина
Читайте нас: