+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Декабрь 2020, 20:00

26 декабрҙә Өфөлә Ҡыш бабайҙар парады була

Быйыл Өфөлә Ҡыш бабайҙар парады автоуҙыш формаһында уҙғарыла.

Быйыл Өфөлә Ҡыш бабайҙар парады автоуҙыш формаһында уҙғарыла. Шәмбе, 26 декабрҙә, баш ҡаланың ете районының «Ҡыш бабайҙар алышы» онлайн-конкурсында еңгән Яңы йылдың төп геройҙары Салауат Юлаев майҙанында урынлашҡан шыршынан автоуҙыш башлай һәм Зәки Вәлиди, Карл Маркс, Пушкин, Ленин, Революция, Октябрҙең 50 йыллығы урамдары, Октябрь проспекты буйлап йөрөй.
Сара Ленин исемендәге майҙандағы төп шыршы янында сағыу тамаша менән тамамлана. Автоуҙыш көндөҙгө сәғәт 11-ҙә башлана, тип белдерҙеләр Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: