+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Декабрь 2020, 18:58

Республикала «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» конкурсы бара

Конкурс «Етегән» республика башҡорт байрамы сиктәрендә ойошторолған. Тейешле бойороҡ хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Башҡортостанда 2020-2021 йылдарҙа «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» асыҡ республика конкурсы бара. Конкурс «Етегән» республика башҡорт байрамы сиктәрендә ойошторолған. Тейешле бойороҡ хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.
Хөкүмәт вице-премьеры Азат Баҙранов рәйеслегендә конкурсҡа әҙерләнеү һәм уны уҙғарыу буйынса ойоштороу комитеты төҙөлгән.
Саҡмағош, Мәләүез, Илеш, Күгәрсен, Ҡыйғы, Кушнаренко райондары хакимиәттәренә конкурсты үткәреүҙә ярҙам күрһәтергә тәҡдим ителде.
Әле Саҡмағош, Мәләүез, Илеш һәм Күгәрсен райондарында онлайн-форматта конкурстың зона этабы бара. Жюри ғаиләләрҙең ижади презентацияһын ҡарап, финалсыларҙы билдәләне.
Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығында белдереүҙәренсә, Саҡмағош районында ҡатнашыуға ғариза биргән 11 ғаиләнән Бүздәк районынан Кәримовтар, Саҡмағош районынан Ильясовтар һәм Әлшәй районынан Ҡотлозамановтар конкурстың республика этабына үтте.
Мәләүез ҡалаһында 12 ғаиләнән жюри Стәрлетамаҡтан Ишмөхәмәтовтарҙы, Мәләүез районынан Суҡбаевтарҙы һәм Миәкә районынан Ғәниевтарҙы һайлап алды.
Илеш район мәҙәниәт йортонда Илеш районынан ике ғаилә финалға сыҡты. Улар – Шәрәфетдиновтар һәм Әхмәтйәновтар, Краснокама районынан – Шәрифуллиндар, Нефтекама ҡалаһынан — Яхузиндар.
Күгәрсен районы Мораҡ ауылында зона этабына Сибайҙан, Межгорьенан, Әбйәлил, Баймаҡ, Ейәнсура, Күгәрсен, Учалы райондарынан һәм Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районынан һигеҙ ғариза бирелгәйне. Жюри Йәнбәковтар (Сибай), Әбүбәкеровтар (Межгорье) һәм Халиҡовтар (Баймаҡ районы) ғаиләләрен еңеүсе тип билдәләне.
Конкурстың ошо этабынан һуң башҡа зоналарҙа киләһе турға үткән 21 ғаилә иғлан ителә. «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» конкурсы еңеүселәре һәм призерҙары 2021 йылдың 1 мартында «Етегән» байрамы – ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә билдәле була.
Ләйлә Аралбаева
Читайте нас: