Легендар Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә Өфө тамашасыһына концерт күрһәтте. Концертҡа хәләл ефете менән Радий Хәбиров та килгәйне. Концерттан һуң республика етәксеһе сәхнә артына үтеп, артистарға сығыштары өсөн рәхмәт белдерҙе:
«Башҡортостанда йәшәгән һәр кем кеүек, мин һеҙҙең менән ғорурланам! Һеҙ – беҙҙең ғорурлыҡ, шул тиклем профессиональ ижади коллектив, һүҙ юҡ. Ҡайҙа ғына барһағыҙ ҙа, ҡайҙа ғына сығыш яһаһағыҙ ҙа, бөтәһе лә һоҡланыу һүҙҙәрен генә әйтә».
Республика башлығы Яңы йыл алдынан ансамблгә яңы костюмдар, ә пандемия бөткәс, сәфәрҙәр бүләк итергә вәғәҙә бирҙе.
Өфө тамашасыһына тәҡдим ителгән «Донъя халыҡтары бейеүҙәре» программаһы Парижда «Биш континент» алтын миҙалына һәм ЮНЕСКО-ның «Донъя илсеһе» исеменә лайыҡ булған. Артистар башҡорт хореографияһы классикаһын – Фәйзи Ғәскәров ҡуйған билдәле «Зарифа», «Өс туған», «Ете ҡыҙ» бейеүҙәрен күрһәтте.
Тамашасылар Алексей Шишкиндың «Русь» хореография композицияһын да ҡараны. 2019 йылдың премьераһы бик күп ыңғай баһа алды һәм тамашасыларҙы битараф ҡалдырманы.
Был кистә Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамблдең 81-се ижад миҙгеленә әҙерләнгән премьералары ла күрһәтелде. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына ғәскәровсылар яңыртылған «Ҡыр ҡаҙҙары» бейеү композицияһын (1985 йылда Фая Гәрәева ҡуйған) һәм Марат Кәримовтың «Һалдат сюитаһы»н тәҡдим итте. Концертта ошо бейеүҙәр ҙә башҡарылды.