+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Декабрь 2020, 11:00

Халыҡ йырын оҫта башҡарыусы – Баймаҡ районынан

Республиканың төп телеканалында «Башҡорт йыры» телевизион конкурсының быйылғы еңеүсеһе билдәләнде

Республиканың төп телеканалында «Башҡорт йыры» телевизион конкурсының быйылғы еңеүсеһе билдәләнде. Сибай филармонияһы артисы Әлфир Заманов проекттың төп призы һәм 200 мең һумлыҡ сертификат менән бүләкләнде.
«Башҡорт йыры» проектының быйылғы еңеүсеһе Сибай филармонияһы артисы Әлфир Заманов. Ул финалға үткән 12 башҡарыусы араһынан һайлап алынды. Йырсы халыҡ, ретро һәм эстрада йырҙарын оҫта башҡарыуы менән баһалама ағзаларын ғына түгел, телевизор ҡараусыларҙың да күңелен әсир итә.
Был аңлашыла. «Башҡорт йыры» телевизион конкурсы халыҡ-ара кимәлдәге ижад майҙаны. Сәнғәт училищеһы, йә сәнғәт институтындағы белемдән, ниндәй ҙә булһа мәҙәниәт усағында эшләүҙән тыш, проект өҫтәмә вокал мәктәбе лә булып тора.
Йыл һайын телевизион бәйге яңы исемдәр аса. Конкурсанттарҙың барыһы ла үҙенсәлекле тембрлы тауышҡа эйә. Шуға ла, еңеүсене билдәләү ҙә еңел бирелмәй. Проект, ғөмүмән, вокал сәнғәте традицияларын һаҡлауға йүнәлтелгән. Башҡорт халыҡ йырҙарын мәҫәлән, оҫта башҡарыу бер, ә тарих нескәлеген белеү икенсе.
Әйткәндәй, проект киләһе йыл ун йыллығын билдәләйәсәк. Ошо ваҡыт эсендә «Башҡорт йыры» бик күп таланттарға ҡанат ҡуйып, башҡарыусыларҙы ҙур сәхнәләргә әйҙәй, ҡанат ҡуя. Ә инде быйылғы финалистарҙың сығышы тик бының менән генә сикләнмәй. «Ҡурай» йыр-моң каналы йырҙарға клип та төшөрәсәк.
Азат Ғәлиуллин
Читайте нас: