-27 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Декабрь 2020, 18:30

Өфөлә Рәми Ғарипов тураһында фильм авторҙары балалар ролдәренә кастинг иғлан итте

Өфөлә киноға төшөргә теләгән 8-13 йәшлек малайҙарҙы кастингҡа саҡыралар.

Өфөлә киноға төшөргә теләгән 8-13 йәшлек малайҙарҙы кастингҡа саҡыралар.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповҡа арналған «Рәми. Шағир көндәлеге» тулы метражлы нәфис фильмды билдәле Өфө режиссеры Булат Йосопов төшөрә.
Кастингтың беренсе этабы онлайн форматта уҙғарыла. Ғаризалар 10 ғинуарға тиклем ҡабул ителә.
Ижади эш:
1. Башҡортса шиғыр/ проза / мәҫәлде яттан һөйләүҙе видеоға яҙҙырырға;
2. Видеола «Исем-шәрифте, йәште, ҡала/ауылды» күрһәтергә;
3. Һылтанма буйынса анкета тултырырға, видеояҙма һәм фото һалырға.
Актёрҙарға дөйөм талаптар:
— 8-13 йәшлек малай;
— башҡорт телен белеү мотлаҡ;
— спектаклдәрҙә һәм фильм төшөрөүҙә ҡатнашыу тәжрибәһе булһа, бик яҡшы.
Ебәрелгән эштәрҙе ҡарағас, кандидаттар Өфөгә һынап ҡарауға саҡырыла.
Ләйлә Аралбаева
Читайте нас в