+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Декабрь 2020, 11:00

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы тамашасыларға яңы йыл бүләге әҙерләй

Мәҙәниәт усағы кескәйҙәр өсөн Сергей Аксаковтың «Ал сәскә» әкиәте буйынса мюзикл һәм өлкәндәргә эстрада, джаз, орган концерттарын тәҡдим итә. Ә 7 ғинуарҙа етем, аҙ тәьмин ителгән һәм физик мөмкинлеге сикләнгән балалар өсөн яңы йыл тамашаһы уҙасаҡ.

Әле филармония сәхнәһендә репетициялар бара. Мәҫәлән, «Ал сәскә» мюзиклында йырсылар, бейеүселәр генә түгел, нәфис һүҙ оҫталары, дирижерҙар ҙа ҡатнаша. Фонограмма ҡуланнылмай, сәхнә оҫталары тере тауышҡа йырлай. Ижади коллектив әйтеүенсә, тамашасылар был сәхнә әҫәрен бик йылы ҡабул итә. Әммә быйыл пандемия сәбәпле ойоштороу эштәренә бер аҙ үҙгәрештәр индерелгән. Яңы йыл тамашалары элекке һымаҡ көнөнә өс тапҡыр түгел, бер рәт кенә ҡуйыла. Сөнки залдарҙы зарарһыҙландырыу мотлаҡ. Әле бында сәхнәгә лә, фойеға ла рециркуляторҙар урынлаштырлған. Тамашаларға ла кешеләрҙең температураһы тикшерелеп үткәреләсәк, ә зал 30 процентҡа ғына тулыландырыла.
Яңы йыл каникулдары күңелле һәм файҙалы үтһен өсөн мәҙәни тамашаларҙан тыш, спорт байрамдары ла ойошторола. Уларҙың барыһы ла Яңы йыл календарендә урын алған. Унда район-ҡалаларҙа уҙған барлыҡ саралар хаҡында мәғлүмәт табырға мөмкин.
Быйыл календарҙың һәр көнө айырым темаға бағышланған. Мәҫәлән, 26 декабрь – Ҡупшы шыршыҡай һәм бүләктәр көнө, 27-һе – Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыуҙыҡы, ә 27 декабрь – Батырҙар көнө тип билдәләнгән. Тематик даталар 14 ғинуарға тиклем дауам итә. Календарҙа спорт саралары ла айырым урын алған.
Рәмзиә Кәримова
Читайте нас: