+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Декабрь 2020, 19:10

«Байыҡ» һәм «Башҡорт йыры» конкурстарында Гран-приҙы сибайҙар яуланы

Башҡортостанда БСТ каналында телешоу форматында уҙған ике популяр ижади конкурсҡа йомғаҡ яһалды

Башҡортостанда БСТ каналында телешоу форматында уҙған ике популяр ижади конкурсҡа йомғаҡ яһалды.
«Башҡорт йыры» телевизион конкурсының финалы 20 декабрҙә тура эфирҙа булды. Гран-приҙы Сибай концерт-театр берләшмәһе йырсыһы Әлфир Заманов яуланы. Артисҡа 30 йәш, сығышы менән Баймаҡ районынан.
Сибай концерт-театр берләшмәһенең «Сибай ынйылары» фольклор ансамбле «Байыҡ» республика телевизион конкурсының Гран-прийын алды (етәксеһе – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Эльвира Аҡназарова).
«Кәкүк сәйе», «Шаян еңгәләр», «Тол ҡатындар» бейеүҙәрен ҡуйыусы – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлназ Аҡназарова.
Сибай концерт-театр берләшмәһенең тағы бер яңы ижади коллективы – «Ынйыҡай» бейеү студияһы конкурс лауреаты булды.
Ләйлә Аралбаева
Читайте нас: