+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Декабрь 2020, 17:00

Башҡортса беренсе күп сериялы йәнһүрәт

Мультсериал яңы йыл каникулдарында тулыһынса күрһәтелә, ул башҡорт телендә рус һәм инглиз субтитрҙары менән барасаҡ

19 декабрҙә «Тамыр» телеканалы «Нурбостан» беренсе башҡорт телевизион мультипликация сериалын тәҡдим итте. Төп персонаждар — 7 тылсымлы йән эйәһе. Ыңғай геройҙар — Йәнур, Ихнур, Уйнур, Һомай һәм Ахнур. Тайболот менән Ҡуйболот уларға ҡаршы тора. Анимация фильмының сценарийын Гөлнара Хәлфетдинова менән Гөлназ Ҡолһарина яҙған. Композиторы — Айҙар Хәмзин, рәссамы Дамир Мөхәмәтйәров. Йәнһүрәттең һәр бер серияһы Башҡортостандың билдәле брендына йәки тарихи ваҡиғаға арналған.
Проект төбәктең дәүләт телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса республика Башлығы грантына тормошҡа ашырылған. Мультсериал яңы йыл каникулдарында тулыһынса күрһәтелә, ул башҡорт телендә рус һәм инглиз субтитрҙары менән барасаҡ.
Читайте нас: