«Хәҙер бөтә йәштәрҙе бергә туплау һәм айырыуса башҡорт телен һәм мәҙәниәтен һанлаштырыу, популярлаштырыу йүнәлешендә эшләү бик мөһим», — тине Ринат Рамазанов.
«Сара башҡорт контенты булдырыусыларҙы яңы ҡаҙаныштарға дәртләндерә. Премия номинанттары бынан ары сифатлыраҡ контент яһарбыҙ тип вәғәҙә бирҙе. Ошо конкурс өҫтөндә эшләгәндә, блогингта күп тармаҡтарҙың буш булыуын аңланыҡ, шуға күрә йәштәребеҙгә аудиторияңды табыу өсөн мөмкинлектәр күп», — тип уртаҡлашты Лилиә Дәүләтбаева.