-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Декабрь 2020, 11:00

Башҡорт драма театры тәүге тапҡыр «Әмилә» пластик спектаклен күрһәтә

Премьераға рәхим итегеҙ!

18 һәм 19 декабрҙә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының Бәләкәй залында Николай Крашенинниковтың «Әмилә» романы буйынса пластик спектаклдең премьераһы була.

Инсценировка авторы – Азалия Балгазина, художество етәксеһе – Айрат Абушахманов, пластика буйынса режиссер – Алина Мостаева.

Художество һәм музыкаль яҡтан биҙәү өсөн Санкт-Петербургтан сценограф, костюмдар буйынса рәссам Екатерина Малинина һәм композитор, музыкант Олег Гудачёв саҡырылған.

Тарихты пластика, бейеү һәм музыка телендә бәйән иткән спектаклдә башҡорт, рус, француз телдәрендә лә телмәр яңғырай. Башҡортсаға Динара Ҡәйүмова тәржемә иткән.

Төп героиня Әмилә ролендә – Гөлнара Ҡаҙаҡбаева. Ролдәрҙә: Урал Әминев, Гөлнара Әмирова, Алмас Әмиров, Ринат Баймырҙин, Алһыу Бәхтиева, Азат Вәлитов, Алһыу Ғәлина, Лилиә Ғәлина, Илгизә Ғилманова, Гөлмирә Исмәғилева, Артур Кәбиров, Юнир Ҡоланбаев, Фатима Нуриева, Морат Рафиҡов, Фәнис Рәхмәтов, Айнур Ситдиҡов, Гөлназ Хайсарова, Руслан Хайсаров, Зиләрә Юлтаева.

Спектаклдә Урал Иҙелбаев етәкселегендә театр оркестры музыканттары уйнай.

Николай Крашенинников (1878-1941) — Башҡортостан һәм башҡорт халҡы тураһында ҙур һөйөү менән ижад иткән рус яҙыусыһы. «Әмилә» романы рус дворян мөхитендә тол ҡалған балаһыҙ профессор ҡатыны тәрбиәләп үҫтергән етем башҡорт ҡыҙының яҙмышы тураһында.

Читайте нас в