-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Декабрь 2020, 13:00

Киң мәғлүмәт сараларының башҡорт телен популярлаштырыу буйынса проекттарына махсус грант ярҙамы күрһәтелә

Конкурстың маҡсаты – киң мәғлүмәт сараларында һәм социаль селтәрҙәрҙә башҡорт теле тураһында контентты арттырыу, телгә һәм халыҡҡа ҡыҙыҡһыныу уятыу.

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә киң мәғлүмәт сараларында, социаль селтәрҙәрҙә башҡорт халҡының телен, мәҙәниәтен, тарихын һәм хәҙергеһен популярлаштырыуға йүнәлтелгән проекттарға грант ярҙамы күрһәтеү өсөн конкурс иғлан итте.
Конкурстың маҡсаты – киң мәғлүмәт сараларында һәм социаль селтәрҙәрҙә башҡорт теле тураһында контентты арттырыу, телгә һәм халыҡҡа ҡыҙыҡһыныу уятыу.
Конкурста 18 йәше тулған һәм Рәсәй Федерацияһы гражданы булған киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре, онлайн-проект авторҙары һәм блогерҙар ҡатнаша ала. Биш еңеүсегә грант тапшырыла. Гранттың күләме – ай һайын 11 500 мең һум, НДФЛ менән бергә.
«Башҡорт теле йылын йомғаҡлау концертында башҡорт телендә ижад иткән журналистарҙы билдәләп киттек. Был йүнәлештә эшләгән журналист һәм блогерҙарға артабан да ярҙам күрһәтеү кәрәклеген аңланыҡ. Шуға күрә ошо конкурсты булдырырға ҡарар иттек», — тине Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова.
Ғаризалар 2020 йылдың 15 декабренән 2021 йылдың 21 майына тиклем ҡабул ителәә. Ҡатнашыу шарттары тураһында ентеклерәк мәғлүмәт менән конкурстың Положениеһында танышырға мөмкин.
https://www.bashinform.ru/news/1535379-proekty-smi-po-populyarizatsii-bashkirskogo-yazyka-podderzhat-spetsialnym-grantom/
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас в