-22 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Декабрь 2020, 19:00

Өфөлә «Йәшлек шоу-2020» фестивале финалсылары билдәләнде

Улар Башҡортостан юлдаш телеканалында телевизион форматта уҙған ике ярымфинал йомғаҡтары буйынса билдәләнде.

«Йәшлек шоу-2020. Перезагрузка» Бөтә Рәсәй йәштәр фестивале финалсыларының исемлеге билдәле булды. Улар Башҡортостан юлдаш телеканалында телевизион форматта уҙған ике ярымфинал йомғаҡтары буйынса билдәләнде.
Финалсылар:
  1. RAHIMOV (Ришат Рәхимов), Ҡырмыҫҡалы районы
  2. Алтынай Заһитова, Мәскәү
  3. «ZAKARIA» фолк-төркөмө, Ҡазан
  4. Ләйсән Хәсәншина, Туймазы районы
  5. ALEKS (Александр Васин), Мәсетле районы
  6. Мәрйәм Хәлимова, Силәбе өлкәһе
  7. Сәмиғулла Лоҡманов, Учалы районы
  8. Наҙгөл Отузова, Салауат районы
  9. Алиса Жумагалиева, Салауат
  10. Илдар Абдуллин, Ырымбур
  11. Дания Садиҡова, Һамар өлкәһе
  12. LIYA LI (Лия Мөхәмәтова), Мәскәү.
  13. Хәҙер ҡатнашыусылар финалда сығыш яһарға әҙерләнә. Ул шәмбе, 19 декабрҙә, Башҡортостан юлдаш телеканалында күрһәтелә, киске 18 сәғәт 30 минутта башлана.
    Конкурстың бүләк фонды: беренсе премия – 300 мең, икенсеһе — 200 мең, өсөнсөһө — 100 мең һум.
    Проектты ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте булышлығында Мәҙәниәт министрлығы һәм Республика халыҡ ижады үҙәге.
    https://www.bashinform.ru/news/1535260-v-ufe-nazvali-finalistov-festivalya-y-shlek-shou-2020-perezagruzka/
    Ләйлә Аралбаева
    Читайте нас в