15 декабрҙә күптәрҙең яратҡан йырсыһы Фәриҙә Ҡудашеваның тыуыуына 100 йыл тулды. Ул Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостан һәм Татарстандың халыҡ артисткаһы. Фәриҙә Йәһүт ҡыҙы ҡабатланмаҫ тауышы, хисле, йөрәккә үтеп инерлек башҡарыу ҫталығы менән популярлыҡ һәм меңдәрсә тамашасының һөйөүен яуланы. Уның бай концерт репертуарында йөҙләгән эстрада, башҡорт һәм татар халыҡ йырҙары тупланған. Күп йыллыҡ ижади эшмәкәрлеге республикала һәм унан ситтә танылыу яуланы.
Оло дата айҡанлы Фәриҙә Ҡудашеваның ҡәберенә һәм Октябрь революцияһы урамында урынлашҡан таҡтаташҡа сәскә һалыу тантанаһы үтте.
Ошо көндәрҙә Фәриҙә Ҡудашеваға арналған "Ике аҡҡош" вокал конкурсына йомғаҡ яһалды,еңеүселәргә дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Конкус сиктәрендә "Фәриҙә Ҡудашеваның 100 йыллығына - 100 йыр" исемле флешмоб үтте.
Башҡортостандың мәҙәни донъяһы
https://kulturarb.ru/ba/news/bashҡortostanda-fәriҙә-ҡudashevany-iҫkә-aldylar