+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Декабрь 2020, 19:00

Башҡортостан Журналистар Союзының рәйесе итеп Вәдүт Исхаҡов һайланды

Башҡортостан Журналистар Союзының сираттағы 22-се съезында ойошманың яңы рәйесе итеп «Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов һайланды. Журналистар форумы тәүгә зум платформаһында ойошторолдо. Съезд делегаттарын республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев, Рәсәй Журналистар Союзы рәйесе урынбаҫары Алексей Вишневецкий сәләмләне. Бөгөнгө көнгә тиклем ойошманы етәкләүсе «Йәшлек» гәзитенең баш мөхәррире Артур Дәүләтбәков ойошманың һуңғы 4 йылда башҡарылған эштәренә йомғаҡ яһаны. Съезда ижади ойошманың идарасы органдары ағзалары һайланды. Съезд делегаттары быйыл вафат булған журналистар Самат Ғәлин, Галина Заводникова, Илдар Насретдинов, Сергей Спатар һәм Наил Рәжәповты бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды. Гөлдәриә Йосопова. https://bash.news/bash/news/140442-bashkortostan-zhurnalistar-soyuzynyn-reyese-itep-vedut-iskhakov-khaylandy

Башҡортостан Журналистар Союзының сираттағы 22-се съезында ойошманың яңы рәйесе итеп «Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов һайланды.

Журналистар форумы тәүгә зум платформаһында ойошторолдо. Съезд делегаттарын республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев, Рәсәй Журналистар Союзы рәйесе урынбаҫары Алексей Вишневецкий сәләмләне.
Бөгөнгө көнгә тиклем ойошманы етәкләүсе «Йәшлек» гәзитенең баш мөхәррире Артур Дәүләтбәков ойошманың һуңғы 4 йылда башҡарылған эштәренә йомғаҡ яһаны. Съезда ижади ойошманың идарасы органдары ағзалары һайланды. Съезд делегаттары быйыл вафат булған журналистар Самат Ғәлин, Галина Заводникова, Илдар Насретдинов, Сергей Спатар һәм Наил Рәжәповты бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды.
Гөлдәриә Йосопова.
https://bash.news/bash/news/140442-bashkortostan-zhurnalistar-soyuzynyn-reyese-itep-vedut-iskhakov-khaylandy
Читайте нас: