I «Тамға» халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсы тамамланды. Проект һөҙөмтәләре Башҡорт теле көнөнә арналған сарала «Башҡортостан» дәүләт концерт залында иғлан ителде. Гран-приға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзаһы һәм «Мәргән уҡсы» автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы етәксеһе Юлай Ғәлиуллин лайыҡ булды. Төп награданы — еңеүсегә 300 000 һумлыҡ сертификатты Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова тапшырҙы. Конкурста Юлай Рәфҡәт улы улус старшинаһы образын «Башҡорт милләте — реконструкция» номинацияһында күрһәтте. Күсмә һыбайлы костюмы — авторҙың музей архивтары буйынса башҡарылған ҡул эше. «Заманса автор костюмы» номинацияһында беренсе урынға Роза Юлдашбаева лайыҡ булды (Өфө ҡалаһы), «Башҡорт милли биҙәүестәре» номинацияһында — Рөстәм Дәүләтов (Өфө ҡалаһы), «башҡорт милләте һәм музыкаһы — реконструкция» номинацияһында — Роберт Хәмиҙуллин (Өфө ҡалаһы), «традицион башҡорт костюмы аксессуарҙары» номинацияһында — Гөлдәр Шабиева (Өфө) һәм Салауат ҡыҙы номинацияһында. Еңеүселәргә 100.000 һум күләмендәге аҡсалата сертификаттар тапшырылды. Сара барышында ошо уҡ проекттың финалсылары-ҡатнашыусылары дефиле, эштәр күрһәтелде.