+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Декабрь 2020, 11:10

"Башҡорт теленә ЯҢЫ ҠАРАШ 2.0" конкурсына йомғаҡ яһалды

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды һәм Башҡортостан республикаһының мәҙәниәт министрлығы тарафынан ойошторолған социаль видеолар конкурсының еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте.

2 декабрь, Арт-квадраттың "Йөрәк" ивент-холында «Башҡорт теленә яңы ҡараш» тип аталған башҡорт телен популярлаштырыуға йүнәлтелгән проекттар презентацияһы уҙҙы. Оффлайн форматта сарала йәмәғәт фекере алдынғылары һәм проекттар авторҙары ҡатнашты, онлайн форматта теләгән һәр кеше БСТ каналында һәм социаль селтәрҙәрҙә тура эфирға ҡушылды.
Тура эфир йәш ҡурайсы Юлай Ҡасимовтың сығышынан башланды. Тамашасылар менән әңгәмәне билдәле алып барыусы Наиль Юнысов алып барҙы.
Сара сиктәрендә яңы ҡулланышҡа индерелә башлаған башҡортса-русса тәржемә сайты, балалар, ололар өсөн мобиль ҡушымталар, "Аҫылташ" йәштәр брендының "АСЫЛ" тип аталған яңы проектын презентациялау уҙҙы. Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды һәм Башҡортостан республикаһының мәҙәниәт министрлығы тарафынан ойошторолған социаль видеолар конкурсының еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте.
Шулай итеп, видеороликтар конкурсында еңеүселәр:
I урын - Эльнара Фәйзуллина
II урын - Лилиә Яҡшыдәүләтова
III урын - Азамат Мөхәмәтйәнов.
Башҡортостандың мәҙәни донъяһы
Читайте нас: