-6 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Декабрь 2020, 18:30

Онлайн-конкурстар бөтә Рәсәй башҡорттарын берләштерҙе

#БашҡортТеле2020#Баштел2020

Быйыл Башҡорт теле көнө алдынан интернетта милли контентты күбәйтеү маҡсатында байтаҡ онлайн конкурстар ойошторолдо. Ошо бәйгеләргә шәмбе көнө йомғаҡ яһалды.
Башҡорт теленә арналған «VIBEРГӘ» тип исемләнгән ҡыҫҡа видеолар - вайндар конкурсына ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә 65 кешенән 164 эш ҡабул иттелде. Конкурс барышында ҡатнашыусыларға оҫталыҡ дәрестәре лә ойошторолоп торҙо. Билдәләнгән талаптарға тура килгәндәрен һайлап алып ойоштороусылар эштәрҙе инстаграмдағы махсус аккаунтҡа ҡуйҙы. Жюри финалға 20 иң лайыҡлы вайнды һайлап алды. Конкурстың географияһы бик киң булды: Мәскәүҙән алып Владивостокка тиклем йәшәгән милләттәштәребеҙҙең эштәрен ҡабул итергә тура килде.
Шулай итеп, «Иң күп лайыҡ йыйыусы» - Өфө егете Ризуан Рәхмәтов.
Шулай уҡ Өфө һылыуы Әлзирә Заһиҙуллина «Иң популяр вайн» - номинацияһы еңеүсеһе.
«Иң күп вайн эшләүсе» исемлегендә ике еңеүсе - улар Өфөнән Зәлиә Шаһибалова һәм Владивосток ҡалаһынан Азамат Мөхәмәтйәнов. Улар конкурсҡа һигеҙешәр вайн төшөрөп ебәргән.
Мәсетле районы Яңы Яуыш ауылы егете Алтынсура Ғариповтың эше «Иң ижади вайн» тип билдәләнде.
«Иң сифатлы монтаж эшләүсе» булып алыҫ көнсығыштан Азамат Мөхәмәтйәнов табылды.
Эштәр күп булыуын иҫәпкә алып өс өсөнсө урын билдәләнде: Өфөнән Эльвира Дәүләтбирҙина, Мәскәү ҡалаһынан Варис Исҡужин һәм Әбйәлил районы Рәхмәт ауылынан Айзилә Үтәбаева.
Ике икенсе урындың береһенә Өфөнән Шаһибаловтар ғаиләһе лайыҡ булды. Шулай уҡ икенсе урынға Өфө егете Ризуан Рәхмәтов та лайыҡ булды.
Әлеге ваҡытта Владивосток ҡалаһында эшләүсе Азамат Мөхәмәтйәновтың вайндары беҙҙең бәйгелә беренсе урынға лайыҡ булды.
Башҡорт телендә асылмалар (электрон откырткалар) бәйгеһенә 1500-гә яҡын ҡатнашыусынан 2000-дән артыҡ эш ҡабул ителде. Был сарала Рәсәйҙең бик күп төбәктәрендә йәшәгән милләттәштәребеҙ ҡатнашты.
Номинацияларға килгәндә:
Иң күп лайк йыйыусы Йылайырҙан Кәримова Зилә. Иң күп асылмаларҙы Өфөнән Илүзә Янбаева ебәрҙе. Ул ике аҙна эсендә 1020 асылма эшләүсе! Иң оригиналь асылманы Мәскәүҙән Юнысов Салауат яһаған.
Иң оригиналь асылмалар тип Сибай егете Ильяс Тимербулатовтың эше билдәләнде.
Өс өсөнсө урынды Сибайҙан Гөлзифа Тотманова, Йылайырҙан Зилә Кәримова һәм Салауат районынан Лариса Ғәйнетдинова яуланы.
Ике икенсе урынды Сибай ҡалаһынан Мөхәмәтйәрова Наилә һәм Алтай крайында йәшәүсе милләттәшебеҙ Мәғәфүрова Рәзилә алды. Ысынлап та, онлайн-конкурстың сиктәре юҡ икәнен тағы бер тапҡыр иҫбат итте.
Беренсе урынға Салауат районы Көҫәпәй ауылы һылыуы Вәлишина Минзәлә лайыҡ булды.
Башҡортостандың мәҙәни донъяһы
Читайте нас в