Төн йоҡомдо осороп, йөрәгемде иләҫ-миләҫ иттереп, сәләм-хат килеп төштө. Тышлығындағы ҡып-ҡыҙыл йөрәкте күргәс тә, әллә ниндәй онотолған хис-тойғолар күңелде ҡытыҡлап, ирен ситтәрем йыбыр-йыбыр итеп ҡолағыма табан тартылды. Эске һиҙемләүем был сәләмдең ябай ғына түгелен, ниндәйҙер тылсымы бар икәнен иҫкәртте. Мин был кешене беләмдер, ул миңә битараф булмағандай, минең дә уға ҡарата йылы хистәрем барҙыр, тигән татлы уйҙар менән тәфсирләп бөкләнгән ҡағыҙҙы асып... яҙылған һүҙҙең мәғәнәһенә төшөнә алмайыраҡ торҙом әле. Миңә нәҡ ул һүҙҙе берәү ҙә, бер ҡасан да әйткәне юҡ... шикелле. Әллә әйтһәләр ҙә, онотолдомо икән?
Нисек кенә булмаһын, мөхәббәттән йәшәреп, күңелем илһамланып, һикертә баҫып атлап китерлек, көнө буйы йылмайып йөрөрлөк дәрт бирҙе шул кескенә ир кешенең йылы сәләме.
Шиғыры ла тыуҙы инде, тыумай буламы!
Ҡарт көнөмдә (кем уйлаған?)
Насип булып, һеҙ ҙә шулай